Тантанала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин тәбрикләне. Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн яҡташыбыҙ Руслан Абдулов үлгәндән һуң Шайморатов орденына лайыҡ була, ҡаһарман яугирҙың мәртәбәле наградаһы әсәһе Рәисә Оморҙаҡ ҡыҙы Абдуловаға тапшырылды.
Был иҫтәлекле көндә Марат Сәлим улы әлеге көндә Ватанға оло менән намыҫ хеҙмәт иткән, үҙҙәренең хәрби бурыстарына тоғро булған ил батырҙарын рәхмәт хаттары менән билдәләне, район халҡының именлеге һәм хоҡуғы һағында тороусы ир-егеттәрҙе райондың маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән тәбрикләне.
Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссары Ришат Әминев та Ватан һаҡсыларына иң изге теләктәрен еткерҙе.
Йәш быуын исеменән сығыш яһаусы Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Иҙел Исҡужин ата-бабалар рухына тап төшөрмәйенсә, ысын илһөйәр булып үҫергә һүҙ бирҙе, киләсәк быуын атай-олатайҙар кеүек һәр саҡ Ватанын һөйөр һәм уны оло намыҫ менән һаҡлар тигән ышанысын белдерҙе.
Район мәҙәниәт һарайы артистары ир-егеттәргә арнап патриотик темаға бай, йөкмәткеле, сағыу концерт программаһы тәҡдим итте.