Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2024, 03:40

Ул да һалдат итеген кейгән...

Быуат менән быуат алмашынған осорҙа – 2000 йылдың аҙағында алына ул әрме хеҙмәтенә.

Ул да һалдат итеген кейгән...Ул да һалдат итеген кейгән...
Ул да һалдат итеген кейгән...

Рифат Раҫмөхәмәтов 1982 йылда Аҙнағол ауылында донъяға килгән. Быуат менән быуат алмашынған осорҙа – 2000 йылдың аҙағында алына ул әрме хеҙмәтенә. Алты ай Мәскәү янында урынлашҡан ғәскәрҙәрҙә радиацион, химик һәм биологик һаҡланыу буйынса курс, хәрби күнекмәләр үтә. Артабан Һарытау өлкәһенең Горный ҡасабаһында - Рәсәй ҡораллы көстәренең радиацион, химик һәм биологик һаҡланыу ғәскәрендә хеҙмәт итә яҡташыбыҙ.

 Төрлө милләт һалдаттары араһында ул берҙән-бер башҡорт булып сыға. Бер булһа ла берәгәй була – хеҙмәттәштәре башҡорттар тураһында тик яҡшы фекерҙә тороп ҡала.

  1 йыл хеҙмәт иткәндән һуң бер айға отпускыға ҡайтып китеү бәхете лә эләгә уға.

 Әйткәндәй, башҡорт икәнлеген белгәс, бергә хеҙмәт иткән иптәше увольнениеға сыҡҡан ваҡытта уны өйөнә алып ҡайта. Баҡтиһәң, Рамаҙанов фамилиялы был һалдаттың атаһы тамырҙары менән Башҡортостандан булған икән.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас