Сара башланыр алдынан ҡунаҡтар районда солоҡсолоҡ эшен тергеҙеүсе Ринат Ибраһимовтың күргәҙмәһе, Федоровка районының Оло Сытырман ауылынан Мортаза Солтанғоловтың умарталығы, Өфө районының Авдон ҡасабаһынан килгән Раян Саяповтың ҡорамалдары һәм башҡалар менән таныша алды.
Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин залда ултырыусыларҙы сәләмләп, ҡыҫҡаса район менән таныштырҙы, беҙҙең районда умартасылыҡ менән 600-ләп кеше шөғөлләнеүен, уларҙың махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам ебәреүгә ҙур өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм башҡорт бал ҡортон һәм солоҡсолоҡ эшен һаҡлауға ҙур өлөш индергәндәре өсөн Ринат Ибраһимовҡа, Евгений Давыдовҡа, Ғималетдин Янбаевҡа, Алексей Самойловҡа, Михаил Полянскийға, Алексей Каюковҡа, Миңзаһир Алдашевҡа, Константин Гусевҡа, Марсель Сәлмәновҡа һәм Николай Хрипуновҡа район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Республика – баллы төбәк
Эйе, беҙҙең республика балға бай төбәк. Быны БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов та билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, беҙҙең төбәк ит, һөт етештереүҙә генә түгел, ә бал ҡорто продукттарын етештереүҙә лә лидер булып тора. Республикала боронғо солоҡсолоҡ йүнәлеше лә, заманса етештереү ҙә үҫешә. Йыл һайын төрлө саралар - бал йәрминкәләре, фестивалдәре уҙғарыла. Беҙҙең республиканың фәнни-сәнәғәт потенциалы ла бай, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡорт фәнни-тикшеренеү үҙәге, “Алтын солоҡ” ойошмаһы, Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасылыҡ кафедраһы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы. Улар башҡорт бал ҡортон һаҡлау өҫтөндә, шулай уҡ белгестәр әҙерләү буйынса ҙур эш алып бара. Шуныһы ла мөһим - белгестәр әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә, республиканың белем усаҡтарында 100-ҙән ашыу агрокластар бар, уларҙың 10-дан ашыуы умартасылыҡ буйынса махсуслаштырылған.
Республикала 2023 йылдан алып 292,4 мең умарта иҫәпләнә, шуларҙың 363,2 меңе – шәхси хужалыҡтарҙа (90 процент). Бал менән күпләп шөғөлләнеүсе райондар исемлегенә Ишембай, Күгәрсен, Бишбүләк, Миәкә һәм Бөрйән райондары инә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөтә хужалыҡтарҙа йылына 6-шар тонна бал етештерелә.
Умартасылыҡ беҙҙең халыҡтың төп һәм боронғо шөғөлдәренең береһе. Тармаҡты үҫтереү өсөн республикала бөтә шарттар бар. Был кәсепкә дәүләт яғынан да ҙур ярҙам күрһәтелә. Һуңғы өс йылда был тармаҡҡа 57 млн һум аҡса бүленгән. Уның 12,5 миллионы - 2023 йылда. Солоҡсолоҡто үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, 2023 йылда солоҡсолоҡ йүнәлеше буйынса 11 умартасы тәүге тапҡыр 6,9 млн һумлыҡ субсидия алған. Был ярҙам “Башҡортостан Республикаһында умартасыҡты комплекслы үҫтереү” программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был программала шәхси хужалыҡтарҙан тыш, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүсе бөтә төр хужалыҡтар, эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүсе умартасыларҙың 50 процентҡа тиклем сығымдары ҡаплана. Етештереү менән шөғөлләнеүсе умартасыларға машиналар, ҡорамалдар һәм инвентарь алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплатыу мөмкинлеге бар.
Умартасылыҡ тармағында эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн йыл һайын “Агростартап” программаһы тормошҡа ашырыла. Быйылдан гранттың минималь күләме сикләнгән, ул 1,5 млн тәшкил итә, тимәк, ошо грантҡа дәғүә итеүсе кешенең 150 мең һум күләмендә үҙ аҡсаһы булырға тейеш. Умартасылар династияһына, ғаилә умарталыҡтарына ярҙам күрһәтелә. Ағымдағы йылда уларҙың да минималь күләме сикләнгән, грант күләме - 10 млн һум. Ауыл кооперативтары ла дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Йыл һайын 1 кооперативҡа 3 млн һумлыҡ ярҙам ҡаралған.
Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе ауыл хужалығы предприятиеларына эшкә урынлашыусы йәш белгестәр өсөн ярҙам 500 мең һумдан 750 мең һумға тиклем артҡан.
Уңайҙан файҙаланып, Фәрит Рауил улы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Руслан Сәлмәновты һәм Илһам Йыһаншинды БР Ауыл хужалығының рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Төп иғтибар - йүкә урмандарын һаҡлауға
БР Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов урман участкаларын ҡуртымға алыу, ебәк күбәләге менән көрәшеү һорауҙарына туҡталып китте. Ул урмандарҙың 40 процент тәшкил итеүен, умартасылар өсөн ҡәҙерле булған йүкә ағасының ҡайындан килә икенсе урында тороуын, 22 процент тәшкил итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә йүкә урмандары һаҡлауға мохтаж, ул эштеУрман хужалығы башҡара ла инде, 2020 йылдан умарталыҡ торған урындан 3 км радиусында булған йүкә ағастарын ҡыррҡыу тыйыла. Әммә шуныһы шарт: умарталыҡтар тейешле рәүештә рәсмиләштерелгән һәм теркәлгән булырға тейеш. Хаҡына килгәндә, 1 гектар ер өсөн яҡынса 15 мең һум аҡса талап ителә. Участкаларҙы биреүҙең 3 төрө бар: ҡуртымға биреү, бушлай ҡулланыуға тапшырыу һәм сервитут. Ҡуртымға тик шәхси эшҡыуарҙарға ғына бирелә, ҡулланыу ваҡыты - 12 йыл. Граждан шәхси ҡулланыу өсөн урман участкаларын бушлай ала ала, ваҡыты – 1 йылдан 5 йылға тиклем. Бында түләү ҡаралмаған, әммә кадастр иҫәбен мотлаҡ эшләтергә кәрәк. Сервитут – сикле ҡулланыуҙың яңы формаһы. Ул теркәлеү йәки унһыҙ рәсмиләштерелә, әгәр файҙаланыу 1 йылдан артып китә икән, теркәлеү мотлаҡ.
Урмансылар йүкә урмандарын арттырыуға ла ҙур иғтибар бүлә, питомиктарҙа йүкә үҫентеләре үрсетелә һәм улар йыл һайын ултыртыла.
2020 йылда урмандарға яңы бәлә килде, ебәк күбәләге һөжүм итте. Быйыл ул төньяҡ-көнбайыш райондарына күсеп бара, быйыл шул райондар эшкәртеләсәк.
Яңы талаптар
Ҡорттарҙы индереү һәм сығарыу, ҡорт продукттарын һатыу һорауҙарына Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Руслан Хөснөтдинов туҡталды. Беҙҙең республикала 300 мең умартасы, 12 мең умарталыҡ иҫәптә тора, уларҙың 85 проценты ветеринария-оҙатыу документтарын эшләмәгән. Ә уларҙы бал һәм ҡорт продукттарын һатҡанда мотлаҡ эшләтергә кәрәк, тине ул. Ҡорттарҙы легаль булмаған шарттарҙа индереү һаман көнүҙәк һорауҙарҙың береһе булып ҡала килә. Һорау бар икән, тимәк, тәҡдим дә бар. Әгәр беҙҙең умартасылар үҙҙәре һорамаһа, ундай ҡорттарҙы килтереү ҙә булмаҫ ине. Ана шул легаль булмаған ҡорттарҙан ауырыуҙар таралып китә. Шуға күрә был һорауҙа иғтибарлы булырға кәрәк, тип киҫәтте ул.
Умартасылыҡ өлкәһендәге яңы талаптар менән БР-ҙың ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов таныштырҙы.
2024 йылдың 1 мартында малдарҙы идентификациялау тураһында закон үҙ көсөнә инә. Ауыл хужалығы малдарын үҫтереү, тотоу һәм һатыу менән шөғөлләнеүселәрҙең һәр беренә был сара мотлаҡ булып торасаҡ. Был яңылыҡ эре ауыл хужалығы предприятиеларына, (крәҫтиән-фермер) һәм шәхси хужалыҡтарға ла ҡағыла. Яңы талаптар буйынса ҡорт тотоусылар умарталыҡты түгел, ә һәр умартаны иҫәпкә ҡуйырға, тимәк, маркировкаларға тейеш.
Артабан сығыш яһаусылар айырым һаҡланыусы тәбиғәт территорияларында ҡорттарҙы тотоу, “Башҡортостан умартасылары”, “Рәсәй умартасылары союзы”, “Етештереү менән шөғөләнеүсе умартасылар” ойошмалары эшмәкәрлектәре, бал ҡорттары ауырыуҙары һәм уларҙы дауалау алымдары тураһында һөйләнеләр. Сығыш яһаусыларға һорауҙар күп бирелде. Умартасылар һәр умартаны маркировкалауҙың дөрөҫ түгел икәнен дәлилләне, экспертизалар үткәреү өсөн лабораторияларҙың йыраҡ урынлашыуы, балды ҡайҙа ҡуйырға белмәү кеүек проблемалар булыуын күтәрҙе. Яуаплы белгестәр һорауҙарға яуап бирҙе, әле үк яуап бирә алмағандарына тейешле органдарға алып барып еткерергә һүҙ бирҙе.
Розалия ИСҠУЖИНА.
А.Казаков фотолары.