Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2024, 09:50

Еребеҙҙең именлеге өсөн Яугир баҫты Ватан һағына!

- Бер тапҡыр ил алдында изге бурысығыҙҙы утлы Афған юлдарында үтәгәнһегеҙ бит инде, нисек тағын икенсегә утҡа инергә йөрьәт иттегеҙ?  Тупһыҙыраҡ яңғыраһа ла, Афған һуғышындағы хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән зәңгәр беретлы һәм үткән йылдың 10 авгусынан Украина ерен дошмандарҙан азат итеүгә үҙ өлөшөн ҡыйыу индереүсе ысын ир аҫылы Өлфәт ағай Килсенбаевҡа йөрәгемде өйкәп торған һорауымды бирмәй түҙә алманым.

Еребеҙҙең именлеге өсөн  Яугир баҫты Ватан һағына!Еребеҙҙең именлеге өсөн  Яугир баҫты Ватан һағына!
Еребеҙҙең именлеге өсөн Яугир баҫты Ватан һағына!

- Еребеҙ именлеге өсөн... Бер һуғыш юлын үткән кешенән унда файҙа күберәк булыр тип... Тыныс тормошта күптәр еңел фекер йөрөтә, “ир-егеттәр аҡса өсөн бара” тип уйлай. Дөрөҫ, арабыҙҙа төрлөләре бар, әммә ысын патриоттар күберәк. Яҡшы урында айына 200 меңдән артыҡ эш хаҡын алып эшләгәндәрҙең йылы өйҙәрен, матур эштәрен ташлап алғы һыҙыҡта, эргәмдә ябай рядовой булып йөрөгәндәрен күреп, белһәгеҙ икән, күңелгә нисек рәхәт булып китә. Хеҙмәт итеүемә әле ярты йыл, шул ваҡыт эсендә бер генә тапҡыр булһа ла махсус хәрби операцияға барғаныма үкенгәнем булманы. Дошмандың аяуһыҙ икәнен күргәс, ил етәксеһенең дә ғәҙел юлда икәнлегенә йәнә нығыраҡ төшөндөм, - тип яуапланы яугир.

 

 Мораҡ ауылында йәшәүсе Өлфәт Килсенбаев 1961 йылда Әлмәс ауылында ғүмерҙәрен мәғариф өлкәһенә бағышлаған Миңһылыу Йосоп ҡыҙы менән Ғәлимйән Абдулхаҡ улының татыу ғаиләһендә тыуған. Ул заманда ауылда башланғыс мәктәп кенә булғанға күрә, Өлфәткә 4 – се кластан уҡыуын Мораҡ 2 – се урта мәктәбендә дауам итергә тура килә.

 Үҫмер өсөн армия сафына әҙерлек тә тап шул Әлмәс-Мораҡ араһындағы саҡрымдарҙы көҙгө бысраҡта, аҡ буранда йәйәү, йәйгә табан юл төшкәс сәпит менән тапауҙан башлана ла инде. Андрей Терентьевич алып барған башланғыс хәрби әҙерлек (НВП) дәрестәре лә, йылдың йылында февраль айында гөрләп үткән “Зарница” уйындары ла үҫмерҙәрҙе ысын егет ҡорона индереүсе, әрме сафына әҙерләүсе мәктәп ролен уйнай. Күпме һыуҙар аҡһа ла, Өлфәт Ғәлимйән улы уҡыусыларҙа берҙәмлек, изгелеккә ынтылыш тойғоларын тәрбиәләгән класс етәксеһе Айһылыу Фәттәх ҡыҙының (мәрхүмә) исемен, бергәләшеп Совет фильмдарын ҡараған гүзәл осорҙо иҫенән сығармай. Хеҙмәт тәрбиәһе алған ауыл малайы булараҡ бәләкәстән ҡулынан балта, бысҡы төшөрмәүенең әле махсус хәрби операцияла айырыуса кәрәге бик сығып ҡуя. Ә ҡулдары алтын Өлфәт ағайҙың!

 

 Өс тиҫтәнән артыҡ йылдар дауамында һаман уңалып бөтмәгән йөрәк яраларын ниндәй афғансының ҡабаттан ҡуҙғытҡыһы килһен инде... Өлфәт ағай ҙа был хаҡта теләр-теләмәҫ кенә әйтеп үтте.

- Ротанан өсәү генә иҫән ҡалдыҡ...

 1979-1981 йылдарҙа 345 – се десант полкы составында хеҙмәт иткән, Фергана өлкәһендә ныҡлы хәрби әҙерлек мәктәбе үтеп иң беренселәрҙән булып утлы киҫмәккә ингән яугирҙың ошо ҡыҫҡа һөйләмендә генә лә күпме йәш ғүмеркәйҙәрҙе өҙгән ҡот осҡос һуғыш картинаһы күҙ алдына баҫа. Меңләгән афғансы кеүек уның хәтеренә лә ҡырыҫ тәбиғәтле тауҙар иле ҡайнар ҡом сүлдәре, үҙәккә үткес шыҡһыҙ елдәре менән уйылып ҡала.

 Түбәләре күккә олғашҡан ҡая тауҙар араһында күп тапҡырҙар үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә уға, ике тапҡыр дошман пуляһынан ҡаты йәрәхәтләнә. Ташкент ҡалаһының 340 – сы госпиталендә 3 ай дауалана. Улын әрме хеҙмәтенән дүрт күҙ менән көтөп торған әсәһенең дә (хәҙер мәрхүмә инде) йөрәге түҙмәй, Ташкентҡа госпиталгә хәл белешергә килә.

- Афған һуғышы менән Украина ерендә барған хәрби операция нимәһе менән айырыла? – тип ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына әңгәмәне яңы заман афәтенә йүнәлтәм.

- Ниндәй генә булмаһын, һуғыш - ул ҡан ҡойош... Тик быныһы аяуһыҙлығы менән айырылғандай. Афғанда хеҙмәт иткәндә минең дә бит йәш, ғәмһеҙ саҡ  ине, юғалтыу ғазабын еңелерәк кисергән һымаҡмын, ә хәҙер йәшәп тә өлгөрмәгән егерме йәшлек егеттәрҙең үлеменә йөрәк ныҡ әрней. Иң ауыры ла шунда – ниндәй генә юлдар үтмә, кеше үлеменә, юғалтыуҙарға өйрәнеп булмай. Афғанға йәш һалдаттар инһә, бында төрлө йәштәге, төрлө ҡатламдан ир-егеттәр, минең афғандағы хеҙмәттәштәремдең күбеһе... Йәштәр араһында ла эскерһеҙ, батыр рухлы егеттәр күп, алғы һыҙыҡҡа барыу ҙа ҡурҡытмай күптәрен. “Һеҙҙең иң ышаныслы тылығыҙ – ғаиләгеҙ, балаларығыҙ; ялға ҡайтҡас эсмәгеҙ, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ”тип аҡыл да өйрәтмәй булмай үҙҙәренә. Тыныс ҡабул итәләр, рәхмәт әйтәләр, үҙ-ара мине психолог тип атап көләләр. Афған ере лә бигерәк шыҡһыҙ ине, бында ла шул уҡ хәл. Беҙҙә ҡарлы ҡыш булһа, Украина ерендә ҡар юҡ, һәр ваҡыт үҙәккә үткес ел иҫә, ере бысраҡ, һағыҙ кеүек кейемгә, итеккә йәбешә. Һәр кемгә үҙ тыуған яғылыр инде, әлбиттә, үҙебеҙҙең яҡтар күпкә матур, ауылдар ҙа төҙөгөрәк... Һуғыштың бер ҙур плюсы бар – берәү ҙә битлектә йөрөй алмай, яу ҡырында һинең бар булмышың асыла. Һәр ҡайҙа кеше булып ҡалырға кәрәк.

- Ә беренсе тапҡыр алғы һыҙыҡҡа сыҡҡанда ҡурҡтығыҙмы?

- Йәшһеңме, өлкәнһеңме - барыбер ҡурҡыу хисе була. Дөрөҫ, эргәлә дрондар шартлауына күнәһең... Минең төп бурысым - “Ашығыс ярҙам” машинаһында ҡаты яраланғандарҙы тынысыраҡ  зонаға сығарыу, йәғни иҫән-имен госпиталдәргә тапшырыу. Юл буйына доғаларыңды уҡыйһың, үҙең өсөн түгел, яралы һалдаттар өсөн ҡурҡаһың, сөнки улар өсөн үҙеңде яуаплы тояһың...

- Ә йәшәү шарттары? Ял итергә мөмкинлек бармы һуң?

- Блиндажда йәшәйбеҙ. Эш белгән ауыл малайҙарына ни, зарланырға урын юҡ, утын яғып йылытабыҙ. Күсереп йөрөтмәле мунса бар, инергә ваҡытын ғына тап. Ғәмһеҙерәк кеше йылы өйөндә, йомшаҡ диванда ятып та зарланырға мөмкин. Мин иһә һәр ваҡыт тормошҡа позитив ҡарарға өйрәнгәнмен, эргәләге хәрбиҙәрҙең дә күңелен күтәрергә тырышам. Алла бирһә, тағы ла ярты йыл иҫән-һау ғына йөрөп, хеҙмәтемде тултырып ҡайтһам, Ватан алдында үҙ бурысымды үтәнем тип әйтә алам.

 

 Һүҙ араһында Өлфәт Ғәлимйән улы махсус хәрби операцияла төрлө милләт вәкилдәренең берҙәм булыуын, ата-әсәнең балаларын махсусхәрби операцияға һис ебәргеһе килмәгәнен дә телгә алып үтте. Әйткәндәй, оло юлға ул йәндәй ғәзиз һөйөклөһө  – Альбина Марат ҡыҙы менән бергә сығырға ниәтләй. Әммә Өфөлә хәрби комиссариатта хәләл ефетенең теләген “өлкәнерәкһең” тип кире ҡағалар, ә сая рухлы ҡатындың ашнаҡсы ролендә барғыһы килмәй - икенсе яртыһы менән юлдары айырылғас ни фәтүә.

 26 йыл элек Өлфәт ағай икенсегә бәхетен һынап, йәшләй генә тол ҡалған Альбинаға тәҡдим яһай. Уның өс бөркөтөн дә үҙ улдары кеүек ҡабул итеп, ғәзиз кешеләренә ныҡлы иңен ҡуя. Шыма ғына булмай тормош юлдары, төрлөһөн татыйҙар, әммә тынғыһыҙ эш араһында ғаилә именлеген күҙҙәренең ҡараһындай һаҡлап, улдарын бергәләп аяҡҡа баҫтыра улар. Уртаҡ никахтан тыуған ҡыҙҙары Гөлназ да буй еткереп, әлеге ваҡытта Фән һәм технологиялар унивеситетының хоҡуҡ институтында уҡый. Бөркөттәй өс улдары ла һөнәрле, ғаиләле, Өфөлә йәшәй.

 Шат йөҙлө, илһөйәр рухлы ейәндәре, ғәзиз балалары, ҡәҙерлеһенә аҡ теләктәр теләп янған яҡты йөҙлө, йомарт күңелле һөйөклөһө Альбина Марат ҡыҙы – ил батыры йөрәгенә көс-дәрт, ҡеүәт өҫтәүсе, иңенә ҡанат ҡуйыусы!  

 

- Кешеләргә, гәзит уҡыусыларға бер генә үтенесем, теләгем – тыныс тормошта һәр минуттың, һәр миҙгелдең ҡәҙерен белегеҙ! – ти хөрмәтле яҡташыбыҙ.

 Ер йөҙөндәге тыныслыҡ өсөн йәнә һаҡҡа баҫҡан, ысын ир-егетлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булған Өлфәт Килсенбаевтың бар кешелек донъяһына оран булып яңғыраған был һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, үҙ-ара татыу йәшәһәк ине. Ә батырға имен-аман юлдар теләйек!

 Гөлшат ВӘЛИЕВА.  

    

   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас