Элекке һалдаттарҙың береһе - Алтынсурин Шамил Хөпбитдин улы, ул 1962 йылғы. Аҙнағол ауылында йәшәй.
Тәүҙә Калининград өлкәһенең Пионерск ҡалаһында 5 ай күнекмә үтә һәм кок һөнәрен ала.
Севастополдә “Мәскәү” тип аталған һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы крейсерҙа үтә уның хеҙмәт йылдары.
Ике йыл ярымдан ашыу ғүмере кораблдә үтһә лә, байтаҡ яңы ерҙәрҙе күреү бәхете тейә уға. Айырыуса Африка, Ангола, Нигерия, Югославияла булған ҡыҙыҡлы хәлдәр матур мәлдәр булып күңелендә тороп ҡалған. Әлеге көндә Аҙнағол ауылы уҙаманы урындағы мосолман дини ойошмаһының рәйесе булып тора.