Дөрөҫ, арабыҙҙа төрлөләре бар, әммә ысын патриоттар күберәк. Яҡшы урында айына 200 меңдән артыҡ эш хаҡын алып эшләгәндәрҙең йылы өйҙәрен, матур эштәрен ташлап алғы һыҙыҡта, эргәмдә ябай рядовой булып йөрөгәндәрен күреп, белһәгеҙ икән, күңелгә нисек рәхәт булып китә. Хеҙмәт итеүемә әле ярты йыл, шул ваҡыт эсендә бер генә тапҡыр булһа ла махсус хәрби операцияға барғаныма үкенгәнем булманы, - тип яуапланы Өлфәт ағай ихлас күңелдән.
Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып, бәләкәстән хеҙмәт тәрбиәһе алып нығынып үҫкән ул. Үҫмер сағынан ҡулынан балта, бысҡы төшөрмәүенең әле махсус хәрби операцияла айырыуса кәрәге бик сығып ҡуя. Ә афған яраһының эҙҙәрен һаҡлаған ҡулдары ысынлап та алтын уның! Шәхси хужалыҡта донъя тотҡаһы була белгән уҙамандың ихатаһын үҙ ҡулдары менән эшләп ултыртҡан эскәмйә, беседкалар биҙәй.
Өлфәт ағайҙың да хәтеренә Афған ере ҡырыҫ тәбиғәте, шомло тауҙары, ҡайнар ҡом сүлдәре, үҙәккә үткес шыҡһыҙ елдәре менән уйылып ҡала. Ҡурҡыу белмәҫ десантҡа ҡая тауҙар араһында күп тапҡырҙар үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә, ике тапҡыр дошман пуляһынан ҡаты йәрәхәтләнә.
- Афғанда хеҙмәт иткәндә минең йәш, ғәмһеҙ саҡ ине, юғалтыу ғазабын еңелерәк кисергән һымаҡмын, ә хәҙер йәшәп тә өлгөрмәгән егерме йәшлек егеттәрҙең үлеменә йөрәк ныҡ әрней. Иң ауыры ла шул – ниндәй генә юлдар үтмә, кеше үлеменә, юғалтыуҙарға өйрәнеп булмай. Афғанға йәш һалдаттар инһә, бында төрлө йәштәге, төрлө ҡатламдан ир-егеттәр, минең афғандағы хеҙмәттәштәремдең дә күбеһе махсус операцияла... Йәштәр араһында ла эскерһеҙ, батыр рухлы егеттәр күп, алғы һыҙыҡҡа барыу ҙа ҡурҡытмай күптәрен. “Һеҙҙең иң ышаныслы тылығыҙ – ғаиләгеҙ, балаларығыҙ; ялға ҡайтҡас эсмәгеҙ, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ”тип аҡыл да өйрәтмәй булмай үҙҙәренә. Тыныс ҡабул итәләр, рәхмәт әйтәләр, үҙ-ара мине психолог тип атап көләләр. Афған ере лә бигерәк шыҡһыҙ ине, бында ла шул уҡ хәл. Беҙҙә ҡарлы ҡыш булһа, Украина ерендә ҡар юҡ, һәр ваҡыт үҙәккә үткес ел иҫә, ере бысраҡ, һағыҙ кеүек кейемгә, итеккә йәбешә. Һәр кемгә үҙ тыуған яғылыр инде, әлбиттә, үҙебеҙҙең яҡтар күпкә матур, ауылдар ҙа төҙөгөрәк... Һуғыштың шулай ҙа бер ҙур плюсы бар – берәү ҙә битлектә йөрөй алмай, яу ҡырында һинең бар булмышың асыла. Шуға күрә һәр ҡайҙа кеше булып ҡалырға кәрәк. Һәм тағы ла... Тыныс тормошта донъя артынан ҡыуып Хоҙайҙы бик һирәктәр иҫенә төшөрә, ә яу ҡырында һәр һалдат, һәр хәрбинең Аллаһы Тәғәлә гел уйында һәм шул ышаныу ҙа һәр кемгә көс-ҡеүәт бирә, - тип әйтеп үтте яугир.
- Ә беренсе тапҡыр алғы һыҙыҡҡа сыҡҡанда ҡурҡтығыҙмы?
- Йәшһеңме, өлкәнһеңме - барыбер ҡурҡыу хисе була. Дөрөҫ, эргәлә дрондар шартлауына күнәһең... Минең төп бурысым ҡаты яраланғандарҙы тынысыраҡ зонаға сығарыу, йәғни иҫән-имен госпиталдәргә тапшырыу. Руль артында юл буйына доғаларыңды уҡыйһың, үҙең өсөн түгел, яралы һалдаттар өсөн ҡурҡаһың, сөнки улар өсөн үҙеңде яуаплы тояһың...
- Ә йәшәү шарттары? Ял итергә мөмкинлек бармы һуң?
- Блиндажда йәшәйбеҙ. Эш белгән ауыл малайҙарына ни, зарланырға урын юҡ, утын яғып йылытабыҙ. Күсереп йөрөтмәле мунса бар, инергә ваҡытын ғына тап. Ғәмһеҙерәк кеше йылы өйөндә, йомшаҡ диванда ятып та зарланырға мөмкин. Мин иһә һәр ваҡыт тормошҡа позитив ҡарарға өйрәнгәнмен, эргәләге хәрбиҙәрҙең дә күңелен күтәрергә тырышам. Алла бирһә, тағы ла ярты йыл иҫән-һау ғына йөрөп, хеҙмәтемде тултырып ҡайтһам, Ватан алдында үҙ бурысымды үтәнем тип әйтә алам. Кешеләргә, гәзит уҡыусыларға бер генә үтенесем, теләгем – тыныс тормошта һәр минуттың, һәр миҙгелдең ҡәҙерен белегеҙ!
Әйткәндәй, оло юлға улар йәндәй ғәзиз һөйөклөһө - 26 йыл ғүмер йомғағын бергә татыу һүткән икенсе яртыһы менән бергә сығырға ниәтләгәндәр, әммә Өфөлә хәрби комиссариатта ҡатындың теләген “өлкәнерәкһең” тип кире ҡаҡҡандар. “Ашнаҡсы булып барырға тәҡдим иткәйнеләр, иптәшем менән бергә була алмағас ни фәтүә инде тип баш тарттым”, - ти сая рухлы Альбина апай.
Бигерәк йомарт күңелле, илһөйәр рухлы шул Альбина апай ҙа. Һоҡланғыс парҙың бер-береһенә булған саф хистәре лә наҙлы ҡараштарында, алсаҡ йөҙҙәрендә үк сағыла (ғашиҡтар матур була!). Шат йөҙлө, илһөйәр рухлы ейәндәре, ғәзиз балалары, ҡәҙерлеһенә аҡ теләктәр теләп янған һөйөклөһө тап ил батыры, хөрмәтле яҡташыбыҙ йөрәгенә көс-дәрт, ҡеүәт өҫтәүсе, иңенә ҡанат ҡуйыусы булып тора ла инде!
Ер йөҙөндәге тыныслыҡ өсөн йәнә һаҡҡа баҫҡан, ысын ир-егетлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булған Өлфәт ағайҙың бар кешелек донъяһына оран булып яңғырарлыҡ матур теләк-үтенесенә ҡолаҡ һалып, үҙ-ара татыу йәшәһәк ине. Тиҙҙән йәнә лә оло юлға әҙерләнгән батырыбыҙға имен-аман юлдар теләйек!
Тулыраҡ яҙма - баҫманың бөгөнгө һанында.