Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2024, 10:35

Ағаһы ла, үҙе лә Монголияла хеҙмәт иткән

Аҙнағол ауылының күп кенә ир-егеттәре лә ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәгән.Уларҙың береһе -  Ришат Хәким улы Раҫмөхәмәтов

Ағаһы ла, үҙе лә Монголияла хеҙмәт иткәнАғаһы ла, үҙе лә Монголияла хеҙмәт иткән
Ағаһы ла, үҙе лә Монголияла хеҙмәт иткән

Ришат Хәким улы Раҫмөхәмәтов 1959 йылда Аҙнағол ауылында 6 балалы ишле ғаиләлә донъяға килгән.

Раҫмөхәмәтовтар ғаиләһенән бер түгел, өс һалдат сыға: Ришат Хәким улы үҙе лә, бер туған ағаһы Рәшит тә ил алдындағы хәрби бурысын Монголияла үтәй, ә бына ҡустыһы Фәнил Ҡаҙағстанда хеҙмәт итә. 

Ул 1978 йылдың сентябрендә армияға алына һәм ике йыл мотоуҡсылар пехотаһында хеҙмәт итә. Улан-Баторҙа ике ай булғандан һуң уны Баганур тип аталған хәрби ҡаласыҡҡа күсерәләр.

Ришат ағай һуңынан оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләй, ҡатыны Зөһрә Муса ҡыҙы менән өс бала – өрлөктәй ике ул, сәскәләй бер ҡыҙ үҫтерә

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас