Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2024, 09:00

Бөгөн - Халыҡ-ара туған телдәр көнө

*Әлеге мәлдә донъяла 400 тел юҡҡа сығып бара тип иҫәпләнә - уларҙың һәр береһендә 50-гә яҡын кеше генә һөйләшә. Тик бер генә кеше һөйләшкән телдәр ҙә бар, улар инде бөтөнләй юҡҡа сығыуға дусар. Телдәр тураһында ҡыҙыҡлы факттар - сайтта

Бөгөн - Халыҡ-ара туған телдәр көнөБөгөн - Халыҡ-ара туған телдәр көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Ғалимдар иҫбатлауынса, тел уңышлы үҫешһен өсөн был телдә миллионға яҡын кеше һөйләшергә тейеш. Һөйләшеүселәр һаны шул тиклем булған телдәр донъяла ни бары 250.

*Юҡҡа сыға барған телдәрҙе киренән тергеҙеү осраҡтары ла осрай. Быға сағыу миҫал - үле тип иҫәпләнгән иврит теле. Хәҙер ивритса һөйләшкән кешеләр 9 миллион самаһы, шуның 6 миллионы уны туған тел тип таный.

*Донъяла иң таралғаны - ҡытай теле, уны бөтәһе 1,3 миллиард кеше ҡуллана.

*Ҡытай теле бөгөнгө көндә булған телдәрҙең иң боронғоһо тип һанала.  Уның боронғо яҙмаһы ла һаҡланған. Ҡытай иероглифтарының бер өлөшө шул тиклем ҡатмарлы, хатта 20-30 һыҙыҡсанан тора. Иң ҡатмарлы иероглиф тип “һөйләнсәк” архаик һүҙе иҫәпләнә - ул 64 һыҙыҡсанан тора.

*Ҡытайҙа иероглифтарҙың дөйөм һаны - 80 меңдән ашыу. Текстың 80 процентын аңлау өсөн 500 иероглифты белеү ҙә етә, 90 процентын аңлау, шулай уҡ субтитрҙар менән фильмдар ҡарау һәм гәзиттәр уҡыу өсөн 2000 иероглифты белергә кәрәк. 5000 иероглифты белеү әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуҙа ярҙам итә һәм был яҡшы кимәл булып һанала. Сағыштырыу өсөн: юғары уҡыу йорттарында белем алыу өсөн 3000 ҡытай иероглифын белеү ҙә етә.

*Ҡытай телендәге “Ауырлыҡ, күңелһеҙлек” синонимдары бер йорттағы ике ҡатын-ҡыҙ рәүешендәге иероглиф менән һүрәтләнгән.

*Инглиз телендәге һүҙҙәр запасының уртаса кимәленә яҡынлашыу өсөн 12-20 мең һүҙҙе белеү кәрәк буласаҡ. 1500-2000 һүҙҙе белеү башҡалар менән аңлашырға, аралашырға ярҙам итәсәк.

*Инглиз теле 410 миллион кеше өсөн туған тел һанала, ә 700 миллион кеше уны өҫтәмә тел булараҡ өйрәнә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас