Халҡыбыҙҙың боронғо өйөн хәтерләтә ул. Иң түрҙә ҙур урындыҡ урын алған. Өҫтөнә боронғоса һуғылған балаҫ, ҡораманан эшләнгән буй юрған түшәлгән, шунда уҡ мендәрҙәр урын алған. Урҙала төрлө шәлдәр, сигелгән таҫтамалдар эленеп тора, боронғоса һандыҡ түрҙе йәмләй. Музей мөйөшөндәге милли кейемдәр, көнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба, патефон, радио, элекке китаптар, эш ҡоралдары, ҡабыҡтан эшләнгән моҙғалар һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың фотоһүрәттәре иһә айырым урын алған.