+24 °С
Ямғыр
Районда "Информ УИК" проекты башланды. Участка һайлау комиссиялары ағзалары халыҡҡа Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында мәғлүмәт биреү өсөн өй беренсә йөрөй башланы. Проекттың маҡсаты – һайлаусыларҙы тауыш биреү көндәре, РФ Президенты вазифаһына теркәлгән кандидаттар менән таныштырыу һәм ниндәй ысулдар менән тауыш бирергә мөмкин икәнлеге тураһында мәғлүмәт биреү. Был масштаблы проект 2024 йылдың 7 мартына тиклем дауам итә.