Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Февраль 2024, 07:37

Әнис (укроп) орлоғо ҡандағы шәкәр күләмен төшөрә

Организмга уның ни тиклем файҙалы икәнен белмәүселәр етәрлек.

Әнис (укроп) орлоғо ҡандағы шәкәр күләмен төшөрәӘнис (укроп) орлоғо ҡандағы шәкәр күләмен төшөрә
Әнис (укроп) орлоғо ҡандағы шәкәр күләмен төшөрә

Әнисте белмәгән, ашамаған-ҡулланмаған кеше юҡтыр ул, моғайын. Тик шулай ҙа уның организмға ни тиклем файҙалы икәнен белмәүселәр етәрлек.

Халыҡ медицинаһында укроптың орлоҡтарын һәм үләнен элек-электән ҡулланғандар. Мәҫәлән, уның орлоғон баш ауыртыуҙан файҙаланғандар. Укроп орлоғо төнәтмәһе аппетитты яҡшырта. Шулай уҡ көҙән йыйырыуҙан, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә. Төнәтмә эстә йыйылған газды сығарыусы, ябыҡтырыусы сара булараҡ та киң ҡулланыла. Даими рәүештә укроп төнәтмәһен эсһәң ҡандағы шәкәр күләмен дә төшөрә.

Төнәтмә яһау рецебы:

1 аш ҡалағы укроп орлоғон 1 л ҡайнар һыуға һалып, термоста 1 сәғәт төнәтергә. Унан һуң һөҙөргә һәм иртәле-кисле берәр стакан эсергә.

Автор:
Читайте нас