- «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә эшләгән эштәребеҙгә йомғаҡ яһарға һәм тағы ла киләһе эштәргә план ҡорорға тип “Түңәрәк өҫтәл”гә йыйылдыҡ. Күгәрсен районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Таһир ҡыҙы Абдуллина, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илүзә Рәфҡәт ҡыҙы Ниғәмәтуллина, Күгәрсен район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Миңғәли улы Сәйетбатталов менән осраштыҡ. Улар беҙҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙеләр, идеялар тәҡдим иттеләр, - ти Аҙнағол ауылының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Вәсилә апай Рсмөхәмәтова.