- Беҙҙең Аҙнағол ауылында ҡыш көндәре ҡатын- ҡыҙҙарҙың бергәләшеп шәл өмәһе уҙғарып, мамыҡ һуғыу, мамыҡ иләү өмәһенә йөрөүе борондан ҡалған, быуындан быуынға күсә килгән матур йолаларҙың береһе. Оло инәйҙәр ҙә, йәш килендәр, тәжрибәле еңгәләр ҙә шәл бәйләү эшенә маһир беҙҙә.
Ошо көндәрҙә Рәзилә еңгә ошо матур йоланы дауам итеп, беҙҙе дебет һуғыу өмәһенә йыйҙы. Инде нисә йылдар телдән телгә күсә килгән һүҙҙәрҙе ҡабатлап, “икендегә етмәһен, ике һуҡыр күрмәһен” тип башланған эште йәһәт кенә башҡарып сыҡтыҡ. Ике шәллек мамыҡ әҙер булды, ти Айгөл Иҙелбаева.