Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2024, 10:48

Оло хөрмәт һеҙгә, батыр ил улдары!

 Бөгөн Совет ғәскәрҙәрен утлы Афған еренән сығарыуға теүәл 35 йыл булды, әммә меңләгән һалдат, әсәләр, халҡыбыҙ йөрәгенә уйылған тәрән яралар һаман уңалмай. Киреһенсә кешелек донъяһындағы тотороҡһоҙлоҡҡа бәйле улар яңыра, халҡыбыҙ именлеге, ер йөҙөндәге тыныслыҡ тураһында нығыраҡ уйландыра.

Оло хөрмәт һеҙгә, батыр ил улдары!Оло хөрмәт һеҙгә, батыр ил улдары!
Оло хөрмәт һеҙгә, батыр ил улдары!

 “Ил яҙмышы – ир иңендә” тип ҡулдарына ҡорал алып, уның тыныслығын һаҡлау бурысын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткән, утлы юлдарҙа һәләк булған ил улдарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ә шомло тауҙар, ҡайнар сүлдәр иленән иҫән-һау ҡайтып, бөгөн дә йәмғиәтебеҙҙең төп асылын тәшкил итеүсе, рух ныҡлығы, илһөйәрлеге, тормошто сикһеҙ һөйөүе менән йәш быуынға, тирә-яҡҡа өлгө булып тороусы батырҙарға тәрән хөрмәт менән баш эйергә бурыслыбыҙ.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас