Ул 1966 йылда татыу һәм эшһөйәр ғаиләлә донъяға килгән. Рәсми документтарҙа тыуған ере Күгәрсен ауылы тип билдәләнһә лә, сабый сағы Ҡыҙылъяр ауылында үткән уның. Әсәһе колхозда һауынсы, атаһы тракторсы булып эшләй. Ғаиләлә тәрбиәләнгән дүрт бала ла, шул иҫәптән яҙмабыҙ геройы, болон-ҡырҙа бесән сабып, урманда “делянка” эшләп һәр яҡтан нығынып буй еткерә.
1974 йылда Савельевтарҙың ғаиләһе район үҙәгенә йәшәргә күсеү сәбәпле, Михаилға уҡыуын Мораҡ 2-се урта мәктәбендә дауам итергә тура килә.
- Әлеге М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы урынында урынлашҡан ағас мәктәптең эргәһендә шау алмағас, еләк-емеш баҡсаһы ине. Мораҡтың Сауҡалыҡ, Төньяҡ биҫтәләрендәге урамдар юҡ ине әле ул заманда, тирә-яҡта баҫыуҙар йәйрәп ята торғайны. Ҡышҡыһын мәктәптән өҫтә-ә, ҡалҡыулыҡтағы ҡарағастарға тиклем саңғы юлы һалына торғайны. Ә йәйле-көҙлө хеҙмәт лагерҙары эшләне, беҙҙе Ибрай яғына сөгөлдөр баҫыуына ебәрә торғайнылар, - тип зәңгәр томандар артында ҡалған үҫмер саҡтарын иҫкә алып үтте әңгәмәсем.
Михаил Савельевтың армия сафына ныҡлы әҙерлеге лә шул тиҫтә саҡрымдарға һуҙылған саңғы юлдарынан, ир-егетлеккә өйрәткән башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәренән, бесән сапҡан болон-ҡырҙарҙан башлана ла инде. Спортҡа әүәҫ үҫмер саңғы ярыштарында һәр саҡ алдынғылар рәтен тулыландыра, эшкә лә бөтмөр, белемгә лә сос була. Гел яҡшы билдәләргә генә уҡыуына ҡарамаҫтан, 8-се кластан һуң уҡыуын икенсе мәктәптә дауам иткеһе килмәйенсә (Мораҡ 2-се урта мәктәбендә рус кластары 8 – гә, башҡорт кластары 10 – ға тиклем була), 1980 йылда 14 – се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә.
Ул заманда училищеның гөрләп торған сағы була. Михаил уҡыған тракторсы-водитель бүлегендә генә 3 төркөм студент шөғөлләнә. Уларҙың теоретик белемдәре даими практик күнекмәләр менән нығытылып бара. Төпкөл ауылдарҙан, Ейәнсура кеүек күрше райондарҙан килеп уҡыусылар ҙа байтаҡ булғанға күрә училищеның өс дөйөм ятағы ла студенттар менән шығырым тула була.
Өс йыл үҙе һайлаған һөнәр буйынса төплө белем туплап ҡулына танытма алғас, ныҡ елкәле, алтын ҡуллы егет Күгәрсен төҙөү-монтажлау идаралығына эшкә урынлаша. Хәрби хеҙмәткә алынғансы “130” маркалы бульдозеры штурвалы артында йәнә лә беләк нығытып, тәүге хеҙмәт тәжрибәһен тупларға ла өлгөрә.
Михаил Савельев 1984 йылдың 9 ноябрендә армия сафына баҫа. Исеме тарихҡа “Ракверский погранотряд” тип уйылып ҡалған, Эстония менән Латвия сиктәрен һаҡлау бурысын үтәгән Прибалтика ил һағы ғәскәрҙәрендә ярты йыл “учебка” үтеп, ныҡлы хәрби әҙерлек ала. Тәүҙә кесе сержант званиеһына, ә Афған еренә ингәнсе сержант исеменә эйә була.
...Араларынан бер ваҡыт алты һалдатты һайлап алып ҡоралландырып, Рига ҡалаһына ебәргәндә егеттәр әле үҙҙәренең бер нисә көндән шомло тауҙар еренә аяҡ баҫырын күҙ алдына ла килтермәй. Ригала 200-ләп пограничникты йыйып аңлатып, ике аҙна йәнә һәр яҡлап әҙерләгәс, Ленинградҡа осоралар. Артабан Шереметьевола икенсе самолетҡа ултыртып Термездағы Урта Азия погранокругына йүнәлтәләр. Бында инде буласаҡ яугирҙарҙы ҡайһын – ҡайҙа бүлеп, тәғәйенләп, иңдәренә яуаплы бурыстар йөкмәтәләр. Яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән Пьянж ил сиге һаҡсыларының отрядының хәрби часы таджик-афған сигендә урынлашҡан була. Ә 100 километр төпкә инһәң, ҡанлы алыштар...
1985 йылдың аҙағында Яңы йылға тиклем 10 - сы штурмлау – маневрлау отрядына эләккән яугир-интернационалистар (уның составында Михаил етәкләгән өсөнсө заставаның икенсе төркөмө лә, командир менән бергә 13 һалдат) Афған еренең ҡырыҫлығын, һуғыштың юғалтыуһыҙ, әрнеү-ғазапһыҙ мөмкин түгеллеген үҙ елкәһендә татып та өлгөрә. Улар иңенә вертолеттан ҡая тауҙарға төшөп, башҡалар өсөн ул ерлекте дошмандан “таҙартыу”, позицияла именлек булдырыу, шулай уҡ хәрби колонналарҙы вертолеттар менән өҫтән оҙатып барыу, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кеүек яуаплы бурыстар төшә.
Бер мәл шулай сираттағы хәрби бурысты үтәгәндә, йәғни яңы “бейеклекте” штурмлаған ваҡытта, дошман пуляһы Михаилдың каскаһын тишеп үтә. Маңлайын ярып ингән тимер ярсығы һул күҙенең нерв күҙәнәктәренә зыян килтерә. Душанбела госпиталдә операция эшләгән табиптар яугирға: “Күлдәктә тыуғанһың, был яра менән иҫән ҡалыуы мөмкин түгел ине”, - тип, сикһеҙ ғәжәпләнеүен белдерә.
Ҡаты яраланыуҙан һуң бер ай үткәс, ил һаҡсыһы хеҙмәттән азат ителеп, тыуған яҡҡа юл тота. 1986 йылдың 24 июнендә Мораҡҡа ҡайтып инә. Утлы юлдарҙағы ҡаһарманлығы өсөн Михаил Савельев Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Һәр тарафтан баҡҡан “үлем күҙҙәре”, ҡайнар сүлдәре, өткөс елдәре менән ифрат шыҡһыҙ тойолған тауҙар иленән һуң тыныс тормоштоң ләззәтен нығыраҡ тойомлаған егет аҫылы ике аҙна ғына кинәнеп ял итә лә, әрме сафына тиклем урынлашҡан эшенә сыға. Үҙенең “тимер аты” менән төҙөү-монтажлау идаралығы башҡарған бер эштән дә ситтә ҡалмай: төҙөлөш объекттарына нигеҙ һалыумы, районыбыҙҙың ғына түгел, республиканың төрлө мөйөштәрендә ҙур-ҙур күперҙәр, юлдар һалыу булһынмы... Тик “үҙгәртеп ҡороу” осоронда донъялар болғанып, халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләгән, республиканың инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индергән ойошма тарҡалғас, алдынғы тракторсыға ла икенсе эшкә күсергә тура килә. Күгәрсендең урман хужалығында ла, башҡа өлкәләрҙә лә, Мәскәүгә вахта менән йөрөп тә эшләп ала...
Балаларын ҙурайтып алғас та, тынғыһыҙ йәнле, алтын ҡуллы уҙаман бер эшһеҙ тормай – тәжрибәле тракторсы-водитель булараҡ, үҙенә мәрәжәғәт итеүселәргә техникаһын төҙәтергә лә, төплө кәңәшен бирергә лә һәр саҡ әҙер. Ғөмүмән, йәш-елкенсәк сағында алған һөнәрен хәҙер кәсепкә, яратҡан шөғөлөнә әйләндереп алған афғансы һөнәрле кешенең бер ваҡытта ла юғалып ҡалмауына тере миҫал булып тора.
Михаил Николаевичтың һаман да йәштәргә биргеһеҙ дәрт-дарманлы йөрәкле, һәр эштә әүҙем булыуында, әлбиттә, икенсе яртыһы, ғүмерлек йәре – Татьяна Александровнаның өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Исем ауылы һылыуын афғансы егет армиянан ҡайтҡас осрата. Татьянаның ул мәлдә “Электр селтәрҙәре” йәмғиәтендә контролер булып эшләгән сағы була. 1988 йылда йәштәр ҡауыша. Бәхеткә күрә, торлаҡ мәсьәләһе лә тиҙ хәл ителә. Намыҫлы эшсән, батыр яугирға льгота буйынса йорт бирелә. Участкаһы әллә ниндәй ҙур булмаһа ла, уңғандар баҡса үҫтереп мул уңыш алып, барына шөкөр итә белеп йәшәй.
Бер-береһенә терәк булып бәхетле ғүмер кисергән матур пар бер ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк итә. Балаларына ла намыҫ төшөнсәһен һеңдереп, уларҙы илһөйәр итеп тәрбиәләй улар.
Ҡыҙҙары Анна ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй, “Салауатнефтеоргсинтез” комбинатында эшләй. Улдары Евгений электрик һөнәрен үҙләштергән. Әлеге ваҡытта Украинала барған махсус операцияла хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.
- Ир-егеттең төп бурысы – Ватанды һаҡлау! Мобилизацияға эләккәс, барыу-бармау хаҡында һүҙ ҙә, бәхәс тә булманы. “Тимәк, шулай кәрәк!” тип тыныс ҡабул итте был хәбәрҙе улыбыҙ, - ти Михаил Савельев.
Утлы юлдарҙың романтик кино, йәиһә уйын эш түгеллеген үҙ иңдәрендә татыған яугир һәм хәстәрлекле атайҙың эстән йөрәге яналыр ҙа... Тик бына шундай сабырҙар, көслө рухлылар улар совет мәктәбен үткән, бәләкәстән хеҙмәт тәрбиәһе алып беләк нығытҡан афғансылар!
“Ил яҙмышы – ир иңендә” тип фекерләй белгән сая рухлы, батыр йөрәкле ул үҫтереп, үҙенә алмашҡа Ватан һаҡсыһы тәрбиәләгән икән, - тимәк, Михаил Савельевтың ғүмере һис бушҡа үтмәгән. Бары тик донъялар тиҙерәк тынысланһын, Татьяна менән ҙур өмөттәр бағлап үҫтергән бөркөттәре яу юлынан үҙ аяғында, иҫән-имен ҡайтып инһен!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Фото – ғаилә архивынан.