Мәғлүм булыуынса, ауыл аҡһаҡалы Кинйәбулатов Шәрифйән Хакимйән улы етәкселегендә хоккей майҙансығы эшләгәйнеләр. Тәүге уйындар үткәрҙеләр ҙә инде. Күмәкләп саңғыға ла баҫтылар.
Ошо көндәрҙә ауыл һәүәҫкәрҙәре Подгорный ауылында урынлашҡан өлкән йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһенә күстәнәстәрһәм концерт номерҙары әҙерләп алып барған.
Үҙәктә тәрбиәләнеүселәр уларҙы бик йылы ҡаршы алған.
#АйыҡАуыл2023
#ТрезвоеСело2023
#БөтәДоньяБашҡорттарыҠоролтайы
#ВсемирныйКурултайБашкир
#Аҙнағол
#Кугарчинскийрайон