Һалҡын тҽйҽүҙән. 1 литр һыуға 25 г яран гөл япраҡтарын һалып, 10 минут ҡайнатаһың. Тамаҡты ошо һыу менән сайҡатырға кәрәк.
Тымау төшөүҙән. Ярангөл япраҡтары согын танауға тамыҙып, тымау төшөүҙән ҡотолорға була.
Кан баҫымынан. Ярангөл япрағын беләҙек тураһына ҡуйып, ҡан баҫымын яйларға мөмкин. Бының өсөн япраҡты ҡулда ыуалап, бер аҙ һыуын сығарырға кәрәк.
Отит ваҡытында. Колаҡ ауыртыуын баҫар өсөн дә ярангөл япрағы ярҙамға килә. Йоҡлар алдынан япраҡты ыуғылап ҡолаҡҡа ҡуйып торорға була.
✅Теш һыҙлағанда. Ярангөл япраҡтарын сәйнәргә кәрәк. Ул, стафилококкты бетөрә торған бактерицид матдәләр бүлеп сығарып, төрле ялкынһыныуҙарҙан һаҡлай.
✅Тире өчен. Ярангөл составындағы эфир майҙары тирегә ыңғай тәьҫир итә, төрлө тимгелдәрҙе бетөрә, экзема кеүек ауырыуҙарға ҡаршы дауа булып тора.
✅Остеохондроз, радикулиттан. Ярангөл япрағынан компресс яһап, остеохондроз, радикулитты ла дауалап була.
✅Сәстәргә шифа. Сәсте ярангөл төнәтмәһе ҡулланып йыуһаң, сәс ҡойолмай башлай.
✅Арығанлыҡтан. Бының өсөн ярангөл япрағын ҡулда ыуарға кәрәк. Ул арығанлыҡты бөтөрә, кәйефте күтәрә, стресс, депрессиянан ҡотҡара.
✅Йоҡоһоҙлоҡтан. 10 яправты 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, 1 сәғәт һалҡын урында тотарға кәрәк. Йоҡлар алдынан ошо төнәтмәне стакандың өстән бере күләмендә эсәргә мөмкин.