Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2024, 05:04

Бер бөтөн йән булып

 Йәшлек йәшлек инде ул... Йомағужа ауылында йәшәүсе һоҡланғыс пар – Гөлдәр менән Ришат Садыҡовтарҙан аҡҡоштарҙай күңел сафлығы, яҙғы ташҡындай йәшәү дәрте бөркөлөп тора.  Исеме есеменә тап килеп тора Гөлдәрҙең. Матурлыҡҡа ынтылышлы йән, “Ағиҙел” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубының педагог-ойоштороусыһы булараҡ, ваҡ ҡына нимәнән дә күҙҙең яуын алырлыҡ оло бер бөтөн мөғжизә тыуҙырырға һәләтле.

Бер бөтөн йән булыпБер бөтөн йән булып
Бер бөтөн йән булып

Һөйөклөһөн эштән бар күңел йылыһын һалып бешергән мейес аштары менән ҡаршы алыусы уңған хужабикә лә, ике ҡәҙерле улы өсөн йән атып тороусы изгелекле әсә лә ул. Тормош юлдашы – Ришат Ғафур улы ла эшкә таһыл, “Ир-егеткә ете төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәнде үҙ өлгөһөндә иҫбатлаусы булдыҡлы заттан.

 Гөлдәр 1993 йылдың 30 сентябрендә Йомағужа ауылында эшһөйәр һәм татыу ғаиләлә тыуған. Әсәһе -ғүмерен ашнаҡсы һөнәренә бағышлаусы Лира Муллахмәт ҡыҙы һәм атаһы - газ сәнәғәтендә слесарь-монтажлаусы һөнәрен намыҫ менән башҡарыусы Тимерғәли Ғәйзулла улы Шәриповтар өс балаға ғүмер бүләк итеп, өсөһөнә лә лайыҡлы тәрбиә бирергә тырыша. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ мәктәпте алтын миҙалға, БДУ – ны ҡыҙыл дипломға тамамлай, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһы мәктәптәренең береһендә математика уҡыта. Кинйәләре – Өфө дәүләт нефть технология университеты студенты Айнурға ла аҡ өмөттәр бағлай хәстәрлекле ата-әсә.

 Гөлдәр ҙә, апайына оҡшап, Йомағужа 1-се урта мәктәбендә уҡыған осоронда уҡыуға тырыш, әүәҫ була; бейеү түңәрәгендә, “Ағиҙел” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубында шөғөлләнергә лә ваҡытын таба. Ауылда һәм район үҙәгендә уҙған бер мәҙәни саранан, баскетбол буйынса үткән спорт ярыштарынан ситтә ҡалмай. Ҡулдары тилбер ҡыҙ өҫтәүенә бәләкәстән бәйләргә, төрлө әйберҙәрҙән композициялар тыуҙырырға һәләтле була.

 2011-2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡып, ҡулына диплом алғас, ашҡынып тыуып үҫкән төйәгенә ҡайта. Ҡасандыр үҙен ижади яҡтан үҫтергән, күңеленә рухи ял биргән “Ағиҙел” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубына педагог-ойоштороусы булып эшкә урынлаша. Мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнаған ҡыҙ әүҙем йәмәғәтсе лә була. Әлеге ваҡытта кескәй сабыйы менән декрет ялында ултырғанда ла үҙенең фантазия емештәрен тыуҙырырға, гөбәҙиә, торт бешереү буйынса оҫталығын камиллаштырырға әмәлен таба.

 Икенсе яртыһы, Йомағужа ауылының аҫыл егете -Ришат Ғафур улы менән Гөлдәр бер мәктәп һуҡмағын тапап буй еткерә. Гөлназ апайының класташ дуҫы тора-бара һылыуҙың яҡын серҙәшенә, һөйгән йәренә әүерелә.  2014 йылда матур парға никах уҡытһалар, 2015 йылда туйҙар гөрләтеп, никахтарын рәсмиләштереп ҡуялар.

 Тәүәккәллеге, ҡыйыулығы менән арбаған Ришат хәҙер һөйөклөһө өсөн ышаныслы терәк, ныҡлы таяныс, яратып баҡҡан ике улы өсөн өлгөлө атай. Ул да кәләше кеүек өс бала тәрбиәләнгән эшһөйәр ғаиләлә тыуып үҫкән. Әсәһе, Гөлфиә Нуретдин ҡыҙы тәүҙәрәк “Наҙгөл” балалар приютында социаль педагог эшен намыҫ менән атҡарған, ә 2005 йылдан башлап һәм әлеге ваҡытта “Ағиҙел” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубын етәкләй. Атаһы – Ғафур Мадияр улы ғүмерен торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге хеҙмәткә бағышлаған, Йомағужа “Теплосервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә зәңгәр яғыулыҡ ҡаҙанлығы операторы булып эшләй. Улын яңы мөһабәт йортҡа башҡа сығарыр өсөн дә атай кеше күп тырышлығын, ҡул көсөн һалған.

 Иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙ иткән Ришат Ғафур улы быға тиклем тиҫтә йыл себергә вахта менән йөрөп эшләгән. Ә 2022 йылдан бирле егәрле ир аҫылы Криваткиндың крәҫтиән-фермер хужалығында бер юлы бер нисә һөнәрҙе башҡара. Урып - йыйыу осоронда комбайндан төшмәй, кәрәк икән – камазға ултыра, водитель һәм механик эшенән тыш иретеп йәбештереүсе эшен дә алып бара. Һөйөклөһөн кескәй сабыйҙар менән ҡалдырып сығып киткеһе килмәгәнлектән ( Тимурға 2 йәш тә тулмаған, Артур “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына йөрөй) вахта эшенән әлегә баш тартып торорға ҡарар иткән хәстәрлекле ир.

 Бер-береһе өсөн йән атып тороусы Гөлдәр менән Ришат Садыҡовтарҙың киләсәккә уй-хыялдары яҡты. Хәләл көс менән һалынған яңы йорт тирәһен матурлап баҡса ултыртаһы, донъяларын гөл итәһе, ике улын үҙҙәре кеүек талмаҫ йөрәкле, изгелекле кеше итеп үҫтерәһеләре бар әле. Бөтәһе лә булыр, бер бөтөн йән булып ҡауышҡан йөрәктәрендә баҙлаған мөхәббәт ҡуҙҙары һәм әлегеләй ташып торған дәрт ялҡыны, бер-береһенә булған ихтирам-хөрмәт хисе генә һүнмәһен, һүрелмәһен!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас