Бөгөн Мораҡ ауылында иҫтәлекле ваҡиға булды – Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге музей асылды.
Музей яңы асылыуға ҡарамаҫтан, гимназистар ярайһы уҡ күп кенә экспонаттар туплап өлгөргән. Мәҫәлән, бында элекке документтарҙы, пионерҙар атрибутикаһын, борғоно, совет мәктәбе уҡыусыһы портфелен һәм башҡа әйберҙәрҙе күрергә була. Улар араһында айырыуса иҫтәлекле экспонат та бар. Ул – Ҡаҙағстан Республикаһының беренсе Президенты Нурсолтан Назарбаев Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа бүләк иткән ҡыл-ҡумыҙ.
Белем усағы, район һәм Мораҡ ауылы тарихына арналған музей фонды әлегә тулыланыу өҫтөндә.