Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Февраля 2024, 06:10

Һеҙҙән еңеү көтәбеҙ, аҙнағолдар!

Аҙнағол ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында тәүгә генә ҡатнашмай. Әммә быйыл улар был сараға ныҡлап тотондо. Билдәле булыуынса, улар конкурстың район кимәлендә үткән этабында еңеүселәр исемлегенә инде һәм 75 мең сертификатҡа эйә булды. Хәҙер иһә республика кимәлендә үткән конкурста ҡатнашалар.

Һеҙҙән еңеү көтәбеҙ, аҙнағолдар!Һеҙҙән еңеү көтәбеҙ, аҙнағолдар!
Һеҙҙән еңеү көтәбеҙ, аҙнағолдар!

  Ошо көндәрҙә Аҙнағол  ауыл клубында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина, Күгәрсен районындағы “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре, үҙәк район дауаханаһы наркологы Мөҙәрис Хәбибуллин, опека һәм попечителлек, мәғариф  бүлектәре, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды,  халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре ҡатнашлығында Берҙәм ғаилә консультацияһы көнө үтте.

 Улар урындағы  халыҡҡа төрлө социаль программалар, алкоголле эсемлектәр эсеү, тәмәке тартыуҙың кире яҡтары тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
 Был сара “Айыҡ ауыл-2023” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас