Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль 2024, 07:21

Миғраж кисе

 Рәжәб айының 26-сы көнөндә, февралдең 6-һынан 7-һенә ҡарай төнөндә Миғраж кисе билдәләнә. Миғражға тиклем мосолмандар көн дауамында, ҡояш байығанға тиклем, ураҙа тота. Изге кисте иһә доға ҡылып, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорап үткәрәләр, ғибәҙәттә булалар.

Миғраж кисеМиғраж кисе
Миғраж кисе

 Рәжәб айының 26-сы көнөндә, февралдең 6-һынан 7-һенә ҡарай төнөндә Миғраж кисе билдәләнә.

 Миғраж һүҙе “күккә күтәрелеү” тигәнде аңлата. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһим-сәләмдең, күктең бар ҡаттарын үтеп, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына күтәрелгән төн ул. Ошо изге кистә Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмде, үҙенә саҡырып, бик күп хикмәтте, йәннәт менән йәһәннәмде күрһәткән.

 Риүәйәттә бәйән ителеүенсә, төндә пәйғәмбәребеҙгә Ябраил фәрештә килә һәм Ҡотдосҡа сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә. Ҡаланың “Әл-Аҡса” мәсетендә Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәрҙәр менән осраша, унан Ябраил фәрештә менән күккә күтәрелә. Беренсе ҡатта уға Әҙәм күк ҡапҡаларын аса, икенселә – Яхъя һәм Ғайса, өсөнсөлә – Йософ, дүртенселә – Иҙрис, бишенселә – Һарун, алтынсыла – Муса, етенселә Ибраһим пәйғәмбәрҙәр осрай. Күктең бар ҡаттарын үтеп, Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, Аллаһы Тәғәлә менән осраша, һөйләшә. Был юлда пәйғәмбәребеҙгә ожмахты, тамуҡты күрһәтәләр, шулай уҡ Раббыбыҙҙан, мосолмандар биш тапҡыр намаҙ уҡырға тейеш, тигән әмер алына.

 Мәккәгә кире ҡайтҡас, сәйәхәттең бик аҙ ғына ваҡытта, бер генә мәлдә үткәне асыҡлана. Пәйғәмбәрҙең юлға сығыр алдынан ҡолатҡан һауытынан һыу ҙа ағып бөтмәгән була.

Миғражға тиклем мосолмандар көн дауамында, ҡояш байығанға тиклем, ураҙа тота. Изге кисте иһә доға ҡылып, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорап үткәрәләр, ғибәҙәттә булалар.

Асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас