Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2024, 11:27

Каҙ майынан файҙалы рецептар

Каҙ майы тәбиғи дауалау продукты булып һанала. Уны халыҡ медицинаһында түбәндәге маҡсаттарҙа ҡулланалар

Каҙ майынан файҙалы рецептарКаҙ майынан файҙалы рецептар
Каҙ майынан файҙалы рецептар

📌Бронхит
Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлдән ҡотолоу өсөн, ҡаҙ майын ҡырғыстан сығарылған һуған менән бутарға һәм ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итәргә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгә күкрәк өлөшөнә һөртөргә була.
📌Үпкә ялкынһыныуы.
иретелгән ҡаҙ майы һәм һарымһаҡтан яһалған ҡатнашманы йылыталар һәм пергаментҡа һөртәләр. Кағыҙҙы күкрәккә ҡуялар, өҫтөнә йылы шарф ябалар һәм төнгә шулай ҡалдыралар.

📌Ревматизм.

Арка ауыртҡанда мунсала, арҡаны ҡаҙ майы менән ышҡыу ярҙам итә. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятарға кәрәк.

📌Мускулларҙа ауыртыуҙар.
Ауыртҡан урындарға май, бал һәм спирт төнәтмәһҽ менән массаж яһайҙар.

📌Йүтәлдән.
Кәрәкле ингредиенттар:
бал - 100 г,
эретелгән каҙ майы - 100 г, араҡы - 100 мл.
Барыһын бер һауытта бутарға һәм бер аҙнаға ҡараңғы урынға куярға кәрәк. Әҙер ҡатнашманы һәр көндө бер аш ҡалағы эсәләр. Дарыуҙы һыуытҡыста һаҡлайҙар.

📌Быуындар өсөн.

Быуындар ауыртыуыуын махсус мазь ярҙамында дауаларға мөмкин.
Ингредиенттар:
ҡаз майы - 50 г,
камфора майы - 10 тамсы. Әҙерләү: ҡаҙ майын парҙа иретергә һәм камфора майын ҡушарға. Быуындарға көн һайын әҙер ҡатнашманы һөртөргә.

Автор:
Читайте нас