Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2024, 09:45

Күгәрсен менән Ишембайҙы берләштергән "Дуҫлыҡ күпере"

 Олораҡтар һәм урта быуын яҡшы хәтерләйҙер: район менән район араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытып төрлө мәҙәни саралар уҙғарылды, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашылды. Кисә Өфөлә  нәҡ шул яҡшы йоланы дауам иткән мәҙәни сара уҙҙы. Күгәрсен һәм Ишембай райондары араһында уҙған был кисә “Дуҫлыҡ күпере” тип аталды.   Дауамы, фото-видеолар -  сайтта.

Күгәрсен менән Ишембайҙы берләштергән "Дуҫлыҡ күпере"Күгәрсен менән Ишембайҙы берләштергән "Дуҫлыҡ күпере"
Күгәрсен менән Ишембайҙы берләштергән "Дуҫлыҡ күпере"

 Беҙҙең район таланттарын һәм Өфөлә йәшәүсе зыялыларыбыҙҙы, Ишембай районы вәкилдәрен бергә туплаған сараны юғары кимәлдә ойоштороуға байтаҡ кешеләр көс һалған. Улар – беҙҙең райондың Оло Эйек һәм Кесе Эйек, Ишембай районының “Торатау” яҡташтар ойошмаһы вәкилдәре һәм, әлбиттә,  ике райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.

- Ишембайҙар кеүек талантлы, затлы,тарихлы халыҡ менән "Дуҫлыҡ күпере"ндә беҙҙе - бөтә Өфө башҡорттарын - осраштырған халыҡ артисы Ғәзим Ильясовҡа, Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлиховҡа, сценарий авторҙары Тәнзилә Үлмәҫбаева менән Розалия Әхмәтйәноваға ҙур рәхмәт. Тағы ла Күгәрсен районы йырсыларына, бейеүселәренә, Ишембай районы артистарына, “Берғамыт” бейеү ансамбле етәксеһе Артур Мөхәмәтйәновҡа бик рәхмәтле булдыҡ. “Дуҫлыҡ күпере” донъялағы иң матур спорт - отҡорлоҡ уйыны булған шашкасылар осрашыуы менән ғәжәпләндерҙе: халыҡ-ара билдәле чемпиондар Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Айнур Шәйбәков, Әлиә һылыу Әминева менән йәштәр, гимназия уҡыусылары, ҡунаҡтар “көс һынашты”. Был дуҫлыҡ байрамына - илгә тыныслыҡ һәм бәрәкәт теләү кисәһенә бөтә күңелен биреп халыҡтың йәшен-ҡартын саҡырыусылар ҙа булды. Танһыҡлаған туған йыр-мондар тамашаһына һәм күҙгә-күҙ осрашыуҙарға беҙҙе әйҙәгән Сәлиә Мырҙабаева менән Гөлназ Әхмәҙиеваға бик рәхмәтлебеҙ. Киләһе Дуҫлыҡ күперҙәрен дә имен-һау үткәр, тыуған Башҡортостаныбыҙ! – тип яҙа беҙҙең яҡташыбыҙ, билдәле журналист Сәрүәр апай Сурина.

  Нәғим Нуримановтың, Ришат Бәҙретдиновтың, Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндарҙың, Елена һәм Фәрүәз Миңлебаевтарҙың, Ләйсән Мәүлетҡолованың, Ғәлим Кинйәбулатовтың, Радик Краснощековтың, Ғәзим Ильясов етәкселегендәге Ишембай артистарының сағыу сығыштарын тамашасылар бик йылы ҡабул итте.

 Антракт ваҡытында иһә үҙебеҙҙең бейеү көйҙәренә бейеп, рәхәтләнеп күңел асҡан  ағай-апайҙарға, егет-ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр! Был инде үҙе бер сағыу тамаша булды...

 Сара хаҡында тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас