Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраля 2024, 11:08

Һынамыштар

1 февраль төнөндә йондоҙҙар күренһә – яҙ һуңға ҡалып килер, тиҙәр. Бөгөн төн йондоҙҙар күренер микән?

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

3 февралдә һыуыҡ булһа, ураҡ ваҡытында эҫе булыр.

7 февралдә көндөң беренсе яртыһы нисек булһа, киләһе ҡыштың беренсе яртыһы шулай булыр.

9 февралдә ағастар бәҫкә төрөнһә - тиҙҙән йылытасаҡ.
12 февралдә ай ҡыҙарып торһа, көслө ел буласаҡ.
14 февралдә күк йондоҙло булһа, яҙ һуң килер.
15 февралдә епшек булһа, яҙ иртә килер һәм йылы булыр.
26 февралдә ҡар иреһә, һыу аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
27 февралдә йылы һауа булһа, март башында һыуыҡ көт.
28 февралдә боҙбармаҡтар оҙон икән, яҙ ҙа оҙон булыр.

Февралдә бәҫ күп булһа, ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.
Февраль айында ҡар күп булһа, йәй иртә килер.
Тау баштарында ҡар күп булһа, йәй еләк күп булыр.
Әгәр ҡыштың был айы буранлы икән, август ямғырлы, ужым игене уңасаҡ.
Февраль һыуыҡ икән - йәй яҡшы килер.
Февраль һыуыҡ һәм ҡоро - август эҫе.
Февраль йылы булһа - яҙ һалҡын килә.
Февраль ҡарһыҙ булһа - ҡоро йәйгә.
Февралдең һуңғы аҙнаһы һыуығыраҡ булған һайын, март йылыраҡ килә.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас