Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2024, 09:50

Милләт ҡотон, ауыл йәмен һаҡлап

 Ауыл ерендә перспектива күрмәй, “һаулығы, эшкә дәрте булған кешегә донъя киң” тип, күп йәштәребеҙ ситкә тартыла. Ә бына Мораҡ ауылына йәм бөркөп йәшәүсе күркәм пар - Гөлшат менән Рифат Байтуғановтар, ярһыу йәшлек осоронда ҡалаға күсеп тырыш хеҙмәтен дауам итеү мөмкинлеге киң булһа ла, тыуған ер һауаһының сихәтлерәк, һыуының шифалыраҡ икәнлеген саф күңелдәре менән тойоп-аңлап, үҙ төбәгенә ғүмерлеккә ерегә.  

Милләт ҡотон, ауыл йәмен һаҡлапМилләт ҡотон, ауыл йәмен һаҡлап
Милләт ҡотон, ауыл йәмен һаҡлап

 Гөлшат Байтуғанованы районда белмәгән кеше һирәктер. Ысын башҡорт һылыуҙарына хас баҫалҡылығы, тыйнаҡлығы менән арбаусы гүзәл зат – З. Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең “Хореография” бүлеге преподавателе. Тырыш хеҙмәте, балаларға, ата-әсәләргә ихтирамлы ҡарашы менән тирә-яҡта абруй яуланы ул. “Грация” өлгөлө бейеү ансамбленең ялҡынлы, рухлы сығыштары районда уҙған һәр байрам сараһын биҙәй.

 Бөркөттәй ике улдың хәстәрлекле әсәһе лә, икенсе яртыһы өсөн ышаныслы, тоғро ҡатын да ул. Ә тормош юлдашы Рифат Марс улы - полиция капитаны, әлеге ваҡытта Ростгвардия ғәскәрҙәре составында Херсонда хеҙмәт итә, илебеҙ именлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн тос индерә.

 

 Гөлшат Шамил ҡыҙы Мораҡ ауылында 1985 йылдың йәмле йәйендә яҡты донъяға килә. ”Кешеләргә шатлыҡ өләшһен, үҙе гел шат булһын” тип, әсәһе Рәмзиә Рауил ҡыҙы менән атаһы Шамил Фәтих улы Хөснуллиндар ҡыҙҙарына мәғәнәле исем атай. Гөлшаттың бала сағы күпселек тауҙар ҡосағында иҙрәп ултырған Юлдыбай ауылында үтә. Ҡәҙерле өләсәһе, ҡартаһы ҡуйынында наҙланып, зирәк аҡыллы өлкәндәр өлгөһөндә тормошто, эште яратырға өйрәнеп; ул заманда ярһыу тулҡындары бейек ярға тулышып аҡҡан Эйектең көмөш һыуынан күңеленә сафлыҡ алып буй еткерә. Нәҫелендә йыр-моңға әүәҫтәр күп булғанғалыр ҙа (балерина Гөлсинә Мәүлекәсова ла яҡын туғаны), бәлки, әсәһе бар ғүмерен мәҙәниәт донъяһына бағышлағанғалыр, Гөлшат бәләкәстән сәнғәткә ғашиҡ була.

 З.Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған осоронда 5-се кластан әлеге ваҡытта үҙе эшләгән сәнғәт мәктәбенең “Хореография” бүлегендә шөғөлләнә. Бер юлы район мәҙәниәт һарайында Миңзәлә Хөснөтдинова етәкләгән “Гөрләүек” бейеү ансамблендә лә бейей. 9-сы класта “Хореография” бүлеген һәм З.Биишева исемендәге мәктәпте тамамлап, уҡыуын Мораҡ 1-се урта мәктәбендә дауам иткәс тә бейеүен ташламай. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Нуриманов биргән концерттарҙа бейеүсе төркөмдә йөрөй. Гастроль менән республиканың төрлө мөйөштәрендә булыу, хатта Өфөлә үткән “Йәшлек-шоу” кеүек популяр республика сараһында ҡатнашыу бәхете тейә уға. Әммә бер ваҡытта ла яҙмышын бейеү сәнғәте менән бәйләрмен тип уйламай, сәхнәлә сығыш яһауҙы айырыуса ваҡытлыса мауығыу, яратҡан шөғөлө итеп ҡабул итә.

 Тик шулай ҙа мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙҙы юлдар үҙенән үҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт техникумына илтә. Бында өс йыл “Хореография” бүлегендә бейеү сәнғәте буйынса белемдәрен йәнә лә нығытып, районға эшкә ҡайта. Артабан ситтән тороп Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт дәүләт академияһын да тамамлай.

 

 Бына хәҙер 2005 йылдан бирле Гөлшат Байтуғанова ил инәһе исемен ғорур йөрөтөүсе Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең “Хореография” бүлегендә бейеү серҙәрен аса. Сәхнәлә үҙе балҡырға түгел, киреһенсә балаларҙың һәләтен үҫтерер, оҫталыҡтарын камиллаштырыр, төрлө халыҡ бейеүҙәрен сәхнәгә сығарып тәрбиәләнеүселәренең дә мәҙәни аңын күтәрер өсөн бар тырышлығын һала. Ваҡыты менән ифрат талапсан, ҡатыраҡ булһа ла, балалар уға ылығып бара, мауыҡтырғыс дәрестәрен дүрт күҙ менән көтөп ала.

 Бейеү тураһында һүҙ сыҡҡас, беҙҙең район ерлегендә бер нисә йыл рәттән ҙур күләмдә уҙған “Байыҡ” фестивален дә телгә алып үтмәй булмай. Яҙмабыҙ геройы етәкләгән “Грация” өлгөлө бейеү ансамбленең йондоҙло сәғәттәре лә тап шул “Байыҡ”та тоҡанды тиһәк, һис яҙыҡ булмаҫ. Ике тапҡыр улар Радмир Бәҙретдинов (мәрхүм), Риф Ғәбитов кеүек халҡыбыҙҙың мәшһүр бейеүселәре, объектив ҡарашлы жюри ағзаларын хайран итеп, уларҙан юғары баһа алып был республика бәйгеһендә Гран-при яулай. Гөлшат Байтуғанова үҙе лә сығыш яһап, лауреат исеменә лайыҡ була. Риф Ғәбитовтың ҡалаға бейеү театрына саҡырыуы ла иңдәренә ҡанат ҡуя, тик үҙе төйәк иткән Мораҡ ауылын, үҙенә күптән эҫенеп өлгөргән балаларҙы ташлап китеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай ул.       

- Миңә сәхнәлә бейеү түгел, ә балалар менән эшләү, уларҙы был сәнғәттең серҙәренә төшөндөрөү, сәхнәлә күҙгә күренеп үҫеүҙәре оҡшай. Үҙемә гел тырыш балалар, аҡыллы ата-әсәләр тура килде, Флорида Зәки ҡыҙы етәкләгән коллективым да икенсе ғаиләм кеүек. Эшемде, балаларҙы яратам, - ти ул ихлас күңелдән.

 

 Үҙең һайлаған һөнәрҙе йәнеңде биреп башҡарыр, мәҙәниәт тормошонда уттай ҡайнар өсөн эргәңдә ышаныслы, ғәзиз кешеләрең булыу бик мөһим. Тынғыһыҙ эшен дә, үҙен дә хөрмәт иткән матур ғаиләһе уның төп рухи терәге, йөрәгенә дәрт-ялҡын, йылы өҫтәүсе илһам сығанағы булып тора.

 Икенсе яртыһын да Гөлшат үҙенең хеҙмәт юлында тап итә. 2006 йылда мәҙәниәт эшсәндәре Балтас районында үткән Салауат йыйынына бара, нәҡ шунда артистарҙың юлда именлеге өсөн яуап биреүсе полиция хеҙмәткәре Рифат менән таныша. Бер-береһе өсөн яратылған йәрҙәр бер йылдан ҡауышып, йәйҙең иң йәмле мәлендә туйҙар гөрләтә; эш урындары район үҙәгендә булғанлыҡтан, ғүмерлеккә Мораҡ ауылына төпләнә.

 Рифат Марс улы Үрге Сирбай ауылында интеллигентлы, татыу ғаиләлә тыуып үҫеп, үҙен полиция хеҙмәтенә бағышлаған. ЮХХДИ-ла, район эске эштәр бүлегенең дежур бүлегендә намыҫлы хеҙмәт күрһәткән полиция капитаны, өҫтә билдәләп үтеүебеҙсә, әлеге ваҡытта Украинала Херсон ерендә хоҡуҡ һағында уяу тороп, илебеҙ именлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Гөлшат Шамил ҡыҙы ла, улдары ла ҡәҙерлеләренең тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуын ашҡынып көтә.

 Байтуғановтарҙың өлкән улдары Нияз Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 8-се класында, кинйәләре Иҙел 4-се класында уҡый. Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә “Тынлы инструменттар” бүлеген тамамлаған ағаһы Нияз кеүек Иҙел дә Салауат Назарғолов төркөмөндә шөғөлләнә. Уҡыуға ла әүәҫ, бокс түңәрәгенә лә йөрөй. “Атанан күргән – уҡ юнған” тигәндәй, аталары кеүек ҡыйыу йөрәкле, тәүәккәл, әсәләре кеүек тырыш, егәрле булырҙар әле, бары тик донъялар имен торһон.

 Тыуған яҡтың тәбиғәтенә мөкиббән булған Байтуғановтар улдары менән тауҙарға, йылға буйына сәйәхәт ҡылырға ярата. Изге Күгәрсен еренең ысын патриоттары улар. Сәхнә йондоҙҙарын тоҡандырыу ғына түгел, бейеү сәнғәте аша йәш быуында халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ла һаҡсыл ҡараш тәрбиәләгән Гөлшат Шамил ҡыҙы менән илебеҙҙең киләсәге өсөн янып-көйөп именлек һағында торған Рифат Марс улы кеүек уңғандар, намыҫлылар милләтебеҙ ҡотон, йәмғиәтебеҙ ныҡлығын, ауылыбыҙ йәмен һаҡлай ҙа инде.

 Гөлшат ВӘЛИЕВА-Сәйетбаталова,

 Күгәрсен районы, “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе.

 

  

  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас