Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2024, 11:36

Йәшнәп йәшәр саҡтары

Студент саҡ – кеше тормошондағы иң йәмле һәм ҡабатланмаҫ матур осор ғына түгел, ә үҙе һайлаған һөнәр серҙәренә өйрәнеү, үҙаллы тормош башлар өсөн һабаҡтар туплау мәле лә. Бына шундай ваҡыттарҙы кисереп, үҙҙәре һайлаған уҡыу йорттарында уңышлы белем алып йөрөгән матур-матур егет-ҡыҙҙарыбыҙ күп беҙҙең. Һүҙебеҙ Рәсәйҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә үҙе һайлаған һөнәргә  - Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте академияһының 1-се курсында уҡып йөрөгән Ҡалдар ауылы егете Рәсил Әхтәмов тураһында.

Йәшнәп йәшәр саҡтарыЙәшнәп йәшәр саҡтары
Йәшнәп йәшәр саҡтары

Рәсил Ҡалдар ауылында Гөлнара менән Әлмир Әхтәмовтарҙың татыу һәм егәрле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ағаһы Руслан, апаһы Резеда, бәләкәс туғандары Розалия менән Айзилә кеүек үк Рәсилде лә ата-әсәһе бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, тәртипле, тәрбиәле итеп үҫтереү өсөн бөтә көсөн һала. Әсәһе Гөлнара апай оҙаҡ йылдар мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләһә, Әлмир ағай фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ. Егәрле һәм эш һөйөүсән ата-әсәһенә эйәреп, ғаиләлә балалар бәләкәйҙән тырыш булып үҫә. Иң оло ағайҙар булараҡ Руслан менән Рәсил ҙур хужалыҡ алып барған атайҙарына һәр эштә ярҙам итергә тырыша, улар - атаһының терәк-таянысы, төп ярҙамсылары. Мал ҡарау, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем уңыш үҫтереп, йыйып алыу мәлендә лә атайҙарына булыша.

 Рәсил башланғыс кластарҙа ауылдағы мәктәптә белем ала, 5-се кластан уҡыуын Күмертау ҡалаһындағы республика гимназия-интернатында дауам итә. Бәләкәйҙән уҡыуға сос, эшкә егәрле егетте һабаҡташтары ла үҙ итә, уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҙә ярата. Рәсил яҡшы уҡый, бигерәк тә физика, математика фәндәрен ярата. Уҡыуҙан тыш, спортта ла, мәктәп, интернат тормошонда ла әүҙем була. Уларҙың кластары район кимәлендә үткән саңғы, йүгереү буйынса ярыштарҙа гел призлы урындар яулай. Гимназияла бик матур йола бар икән – уҡыу һөҙөмтәләре буйынса иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларға Кинйә Арыҫланов премияһы тапшырыла, Рәсил дә был мәртәбәле премияға 11-се класта уҡыған сағында лайыҡ була.

 Егет 7-се класта уҡыған сағында ҡотҡарыусы булырға ҡарар итә һәм бындай махсус юғары уҡыу йорттарына инер өсөн яҡшы уҡыу ғына түгел, ә физик ныҡлыҡ талап ителеүен иҫәптә тотоп, үҙен ошо һөнәр эйәһе булыуға әҙерләй.

- Нишәп тап ошо һөнәрҙе һайланың? - тип һорайбыҙ егеттән.

- Ҡотҡарыусы кешеләргә ярҙамға ашығыусы иң изге һөнәрҙәрҙең береһе. Минең дә үҙ яҙмышымды кеше именлеге һағында тороу өлкәһе менән бәйләгем килде. Юғары кластарҙа уҡығанда ҡотҡарыусы һөнәренә ҡайҙа уҡыталар, ҡайҙа уҡырға инергә мөмкин икәнен, ул туралағы мәғлүмәтте интернет селтәре аша эҙләй башланым. Бөтә махсус уҡыу йорттары араһында ошо Мәскәүҙәге академияны оҡшаттым. Минең теләккә ҡаршы сыҡмай, ҡанатландырып, документтар тупларға ярҙам иткәндәре өсөн ата-әсәйемә рәхмәт, - ти ул.

 Эйе, Күмертау республика гимназия-интернатын матур билдәләргә тамамлаған Рәсил Әхтәмов үҙе теләгән, үҙе һайлаған, иң мөһиме үҙенең күңеленә ятҡан һөнәргә уҡырға инергә тигән маҡсат менән Мәскәүгә юллана һәм маҡсатына ирешә лә. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте академияһының студенты булып китә.

- Был академияға уҡырға инеүе ауырмы?

- Еңел түгел. Мәктәптә тапшырған берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре менән Мәскәүгә барҙым. Унда тағы ла эске ҡабул итеү имтихандарын тапшырырға кәрәк – математика һәм спорт буйынса һынап ҡарайҙар. Уны уңышлы тапшырып, студент булып киттем.

- Уҡыуы оҡшаймы?

- Эйе, оҡшай. Ғөмүмән әйткәндә, беҙҙең вуз ҡәҙимге юғары уҡыу йорттарынан айырыла.Ғәҙәттән тыш хәлдәр тармағында эшләүсе офицерҙарҙы әҙерләүсе махсус уҡыу йорто ул. Бөтә нәмә – уҡыу, йәшәү ҡәтғи тәртип һәм дисциплина буйынса. Беҙҙең занятиелар август башында уҡ башланды. Нагинск ҡотҡарыу үҙәгендә бер ай дауамында йәш яугир курсын үттек, унда тағы бер уҡығандан һуң ғына Мәскәүҙә занятиелар башланды. Алда әйтеп киттем бит инде: тәртип һәм дисциплина көслө. Иртүк торабыҙ, уҡыуҙар башланғансы ятаҡты, уның тирә-яғын тәртипкә килтерәбеҙ. Әрмеләге кеүек нарядта торабыҙ, дежурлыҡ алып барабыҙ.  Иртәнге 9-ҙан киске 5-кә тиклем уҡыйбыҙ, ҡайһы ваҡыт тактик учениелар була. Көнөнә өс тапҡыр ашаталар. Махсус кейем менән тулыһынса тәьмин итәләр.

 Мин “Мәғлүмәт системаһы һәм технология” йүнәлешендә белем алам. Беҙҙең төркөмдә һәр бер курсантҡа тәғәйен бурыс йөкмәтелгән, мин –писарь-канцеляр. Төркөмдәң документацияһын алып барам, төркөмдәштәрем тураһында бөтә мәғлүмәтте туплайым.  

 Беҙҙең академияла бөтәһе 3 меңдән ашыу кеше уҡый. Ятағыбыҙ 16 ҡатлы. Беҙҙең республиканан быйыл унда ике кеше генә инде. Академияла Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Монголия, Африка, Йемен кеүек сит илдәрҙән белем алалар.

- Өйгә, тыуған яҡтарға йыш ҡайтып булмайҙыр инде.

- Юҡ, йыш ҡайтып булмай. Беҙгә йылына ике тапҡыр ғына отпуск бирелә, Яңы йыл каникулдарында ике аҙнаға һәм йәй көнө бер айға ғына ялға ебәрәләр. Шәхси йомоштарың менән ҡалаға сығып килергә мөмкинлек айына бер йәки ике тапҡыр ғына бирелә. Был шарттарға түҙә алмағандар ҙа бар, әммә миңә оҡшай. Үҙем теләп, үҙем ошо тармаҡта эшләргә хыялланып килһәс, бик теләп уҡыйым.

- Уҡыуҙан тыш буш ваҡыттарҙа нимә менән шөғөлләнәһәгеҙ?

- Буш ваҡыт юҡ тип әйтерлек. Беҙҙең көндәлек тормош сәғәтләп яҙылып ҡуйылған, шул режимды тотабыҙ. Уҡыуҙан тыш, хоккей, футбол матчтарына йөрөтәләр, ВДНХ-лағы күргәҙмәләргә алып сығалар.

- Тәүге сессияңды нисек тапшырҙың?

- Һәйбәт тапшырҙым, ҡайһы берәүҙәренән автомат менән алдым.Теүәл генә уҡып, өйрәнеп барһаң, имтихан тапшырыуҙа мәшәҡәттәр булмай, - ти яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан Рәсил.  

 Булыр бала биләүҙән, ти халыҡ мәҡәле. Арабыҙҙа төплө фекер йөрөтөп, үҙенең алдағы тормошона аныҡ маҡсаттар билдәләп, үҙен ҡайһы өлкәлә күрергә теләүен уйлап һөнәр һайлаған йәштәрҙең булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Тимәк, киләсәктә был тармаҡта үҙ һөнәренең ысын оҫталары, үҙ эшен яратҡан төплө белемле белгестәр булырына шик юҡ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас