Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2024, 07:34

Беҙҙә ҡунаҡта - яугир

19 ғинуарҙа Ҡалдар урта мәктәбендә көнүҙәк теманы яҡтыртҡан матур сара ойошторолдо. Махсус хәрби операцияла Салауат Юлаев батальонында хеҙмәт иткән, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Историк” позывнойлы яҡташыбыҙ беҙгә ҡунаҡҡа килде.

Беҙҙә ҡунаҡта - яугирБеҙҙә ҡунаҡта - яугир
Беҙҙә ҡунаҡта - яугир

Был йылы осрашыу уҡыусыларҙың РФ һәм БР гимндарын йырлау, ил һәм республика флагтарын индереү, һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ ойоштороуҙан башланды.

 Яу яландарын үҙ күҙҙәре менән күргән, яу юлдарын үткән яугир менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү уҡыусылар, уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бик фәһемле булды. Ут һыҙығында булып ҡайтҡан кешене тыңлап, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алып бер ни тиклем тынысландыҡ, мәғлүмәтле булдыҡ.

 Ветеран уҡытыусы, яугирҙың класс етәкселәре Мөхәмәтова Әлмирә Зөфәр ҡыҙы, инглиз теле уҡытыусыһы Хисмәтуллина Рәмзиә Хәлил ҡыҙы ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ уҡыусыһына һаулыҡ, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләне.

 ”Тыуған илде һаҡлау, илһөйәрлек тойғолары минең ҡаныма ата-бабаларымдан һалынған. Кәңәш һорап килһәләр, ғаиләмдәге 6 малайыма ла илде,тыуған ереңде, туғандарыңды һаҡлау - ир-егеттең төп бурысы тиер инем ” ти ул.

 Яугир уҡыусыларҙың хаттарына, күстәнәстәренә бик һөйөндө,уларҙың күңел йылыһы,теләктәре беҙҙә иң матур хистәр уята, тип рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас