Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2024, 10:38

Ғаилә бәхетенең сере

 Миләүшә Ишкинина менән Рәфис Ғәликәйевтарҙың матур ғаиләһе Йомағужа ауылының сағыу бер биҙәге, тирә-яҡҡа татыулыҡ, тырышлыҡ өлгөһө булып тора.  Миләүшә Сынтимер ҡыҙы ошо төбәктә уңышлы эшләгән һәм үҫеп килеүсе йәш быуында матурлыҡҡа ынтылыш, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгән “Ағиҙел” балалар һәм йәштәр клубы педагог-ойоштороусыһы булып эшләй.

Ғаилә бәхетенең сереҒаилә бәхетенең сере
Ғаилә бәхетенең сере

 Намыҫлы хеҙмәткәр сәскәләй ике ҡыҙҙың изгелекле әсәһе, 1998 йылдан ғүмер һуҡмағынан иңгә-иң терәшеп үтеүсе тормош юлдашы Рәфис Мәхмүт улы өсөн - һөймәлекле, хәстәрлекле ҡатын. 

 Тәүге хеҙмәт тәжрибәһен Семен-Петровский ауылының балалар баҡсаһында алған ҡыҙ Бәләбәй ҡалаһы педагогия училищеһын бөткәс, Мәләүез районында Терекла рус мәктәбендә, артабан Нордовкала башланғыс кластарҙы уҡыта. Районға эшкә ҡайтҡас, апаруҡ йылдар Мәҡсүт урта мәктәбендә эшләй. Икенсе яртыһын, ғүмерлек бәхетен – Ҡасҡын ауылының булдыҡлы егете, ветеринария табибы хеҙмәтен йәнен биреп башҡарған Рәфис Ғәликәйевты ла Мәҡсүттә эшләгән осоронда тап итә.

 2005 йылда татыу ғаилә Йомағужаға йәшәргә күсә. Ике бер бөтөн йәндең уйҙары бер төптән булып, икеһе лә сабыр, тырыш зат булғас, фатирлы ла булалар, яратҡан эшен дә табалар. Миләүшә Сынтимер ҡыҙы 2006 йылдан башлап “Ағиҙел”дә эшләһә, һөйөклөһөнә, балаларына ныҡлы терәк була белгән ғаилә башлығы ун ете йыл инде себер тарафтарын гиҙеп бар ауыр һөнәрҙәрҙе үҙ елкәһендә татып өлгөргән. Бөтмөр ата-әсә өлгөһөндә ҡыҙҙары Азалия менән Ралина ла һәр яҡлап тырыш, белемгә, эшкә әүәҫ була.Азалия Өфө дәүләт нефть техник университетын ҡыҙыл диплом менән бөтөп, уҡыуын магистратурала дауам итә, баш ҡалала инженер-проектлаусы булып эшләй. Ә Ралина әлегә Өфө фән һәм технологиялар университетының иҡтисад факультетында 3-сө курста уҡый.

- Бер-береңде аңлап, һәр нимәне кәңәшләшеп эшләп, бер-береңде хөрмәт итеп йәшәһәң генә ғаилә бәхетен татып булалыр,- ти Миләүшә Сынтимер ҡыҙы менән Рәфис Мәхмүт улы.

 Ысынлап та, ғаилә ҡиммәттәренә һаҡсыл ҡарашта булып, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәүҙәре, эште һәм тормошто яратыуҙары менән ифрат күркәм һәм бәхетле улар.         

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас