Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
23 Ғинуар 2024, 05:40

Тарих биттәрен аҡтарып...

Мораҡ ауылының ҡап уртаһында тиерлек урынлашҡан ул - К.Маркс урамы. Үткән быуаттарҙа барлыҡҡа килгән был урамдың тарихын һәм уның тәүҙә нисек аталған күптәр белмәйҙер. Ә тарихы бик ҡыҙыҡ... Был хаҡта

Тарих биттәрен аҡтарып...Тарих биттәрен аҡтарып...
Тарих биттәрен аҡтарып...

Иң башта шуны әйтеп китеү фарыз: Мораҡтың элеккке исеме -  Ҡыҙыл Мәсет.

  XVIII- XIХ- быуаттарҙа район территорияһына татар, украин, белорус, мордва, сыуаш халҡы күсеп килеп ултыра. Мәҫәлән, украин күскенселәре Яңы Николаевский, Воскресенск, Ҡаран, мордвалар Арҙат, Ишбирҙе, сыуаштар Дәүләтҡол, татарҙар Ыуары ауылдарына нигеҙ һала.

 Мораҡта башта бер урам була, һуңынан ул Башҡорт урамы тип атала, хәҙер - Хоҙайбирҙин урамы. Рус күскенселәре барлыҡҡа килеү менән яңы Урыҫ урамы барлыҡҡа килә (район үҙәгенең ҡайһы бер өлкән кешеләре иҫләүенсә, аҙаҡ Почта урамы тип атала), совет осоронда ул Ворошилов, ә һуңынан З.Биишева урамы тип үҙгәртелә. Был урамдар Оло Эйек йылғаһы буйлап, бер-береһенә параллель рәүештә урынлашҡан.

  Мораҡҡа һәм күрше ерҙәргә сит-яттарҙың күсеп килеүе шул ваҡытҡа ҡарай. Был рус, украин, сыуаш, мордва, татар күскенселәре ерһеҙ йәки аҙ ерле крәҫтиәндәр була. Һәр милләт халҡы үҙ кешеләре менән яҡын-тирәлә йәшәргә тырыша.

 -  Күскенселәр башта башҡорттарҙан ситтә, хәҙер К.Маркс урамы урынлашҡан урындараҡ, һатып алынған участкаларҙа төпләнә. Ә был урам өҫтә атап кителгән

ике урамға перпендикуляр рәүештә урынлашҡан. Ул ваҡытта был урам Ҡапҡас тип атала. Был атаманың килеп сығышы тураһында ике версия беләм. Тәүгеһе – “ҡапҡас”мәғәнәһендә булып, ике урамдың ябылыуын аңлата. Икенсе версия буйынса, “Ҡапҡа” - руссаға тәржемә иткәндә “ворота” мәғәнәһендә алынған.

 Урам осонда Наҙыйылға (хәҙер – Солтанғол) ауылы яғынан инеү өсөн ҡапҡа урынлашҡан. Бында һаҙлыҡлы урын була. Яҙын тауҙарҙан ирегән ҡар һыуы төшә, етмәһә, Төньяҡ биҫтәһе урынлашҡан тауҙа шишмә асыла, ул июнь аҙағында ғына ҡорой. Ул Карл Маркс һәм Урман (хәҙерге Иванов) урамдары араһындағы йырын буйлап аға,  был урамдар араһындағы тыҡрыҡтан ағып сығып, артабан бөтә урам буйлап тарала.

Яйлап урам халҡының составы үҙгәрә. Тәүге күскенселәргә яҡын-тирәләге ауылдарҙан күсеп килеүселәр ҡушыла. Шулай итеп, башҡорт, татар ғаиләләре барлыҡҡа килә. Улар араһында хатта ҡаҙаҡтар ҙа була – ғаилә башлығы Яхъя бабай ҡарауылсы булып, һәр йәй борсаҡ баҫыуҙарынан балаларҙы ҡыуып йөрөй.

 Бала сағымда урамда 76 ихатаның етеһендә генә башҡорттар һәм татарҙар йәшәне, ҡалғандарында рустар, украиндар, сыуаштар, мордвалар ғүмер кисерҙе. Бер яҡ күршеләребеҙҙең фамилияһы Глуходед ине, был фамилия иһә белорустарға хас. Икенсе яҡтағы күршеләр Ҡортйылға утарынан сыҡҡан, тимәк, улар старообрядсылар булған. Дөйөм алғанда, был урамды “интернационал” тип атарға була.

  Милләттәрҙең төрлө булыуына ҡарамаҫтан, барыһы ла татыу йәшәне, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөнө, кәрәк булһа, күршеләрсә ярҙам итте, - ти бала сағы ошо урамда үткән Нурия апай ИШКИЛДИНА (ИШМӨХӘМӘТОВА).

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас