Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлаған
йәш белгес хеҙмәт юлын 1976 йылда Яңы Петровка фельдшер-акушерлыҡ пунктында башлай. 1978-1986 йылдарҙа иһә Сәйетҡолда фельдшер булып эшләй.
1986 йылда Ғәлиә Миңнулла ҡыҙы Мораҡ район үҙәк дауаханаһының психиатрия кабинетына эшкә күсә. Юғары категориялы шәфҡәт туташы хаҡлы ялға сыҡҡас та байтаҡ йылдар үҙ эшенә тоғро ҡала һәм 2019 йылғаса эшләй.
Намыҫлы эше дәүләт тарафынан юғары баһалана - үҙ эшенә бар күңелен һалған белгес 2009 йылдың 19 февралендә “Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Уның хеҙмәт стажы - 44 йыл.