Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Ғинуар 2024, 06:47

Башҡортостандан 59 йәшлек һунарсы улы артынан юлланған

Башҡортостандан 59 йәшлек һунарсы ир Кәрим улы артынан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған – улар хәҙер бер подразделениела.

Башҡортостандан 59 йәшлек һунарсы улы артынан юлланғанБашҡортостандан 59 йәшлек һунарсы улы артынан юлланған
Башҡортостандан 59 йәшлек һунарсы улы артынан юлланған

Башҡортостандан 59 йәшлек һунарсы ир Кәрим улы артынан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған – улар хәҙер бер подразделениела.

Кәримдең дүрт ҡыҙы һәм бер улы бар. 22 йәшлек Ҡазыхан доброволец булып ил именлеге һағына баҫырға йыйыныуы тураһында белдергәс, атаһы улының теләгенә ҡаршы килмәй. RT баҫмаһына биргән интервьюһында ир үҙенең дә ситтә ҡалырға теләмәүе, әммә башта йәше буйынса үтмәүе, артабан үҙ теләге менән ошондай ҡарарға килеүе тураһында һөйләгән.

Кәрим үҙенә “Пахан” тигән позывной һайлаған: “Папа Казыхана” тигәнде ҡыҫҡартыу юлы менән ошо һүҙгә туҡталдым, ти ул.

“Пахан” махсус хәрби операция уға хәрби һәм рухи ныҡлыҡ биреүе тураһында белдергән, “алғы һыҙыҡта барлыҡ күңелһеҙ уйҙар юҡҡа сыға һәм сирҙәр онотола. Ныҡ ауыр булғанда үҙемде һунарҙамын тип хис итәм, был миңә ныҡлыҡ өҫтәй. Әгәр ошонда бер йәш яугирҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалһам да, был тормошта үҙ миссиямды үтәнем, тип әйтә алырмын”, - ти Кәрим.

Аталы-уллы батыр яугирҙәргә ныҡлыҡ, тыуған төйәктәренә, уларҙы көткән яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас