Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
12 Ғинуар 2024, 10:05

Татарстанда башҡортса тапшырыуҙар алып барған Рәхимә апайҙың бишенсе китабы донъя күрҙе!

Ошо көндәрҙә Рәхимә апай Вәлиуллина үҙенең “Әсә йөрәге” исемле китабын ҡулына алды.

Татарстанда башҡортса тапшырыуҙар алып барған Рәхимә апайҙың бишенсе китабы донъя күрҙе!Татарстанда башҡортса тапшырыуҙар алып барған Рәхимә апайҙың бишенсе китабы донъя күрҙе!
Татарстанда башҡортса тапшырыуҙар алып барған Рәхимә апайҙың бишенсе китабы донъя күрҙе!

Автор - Гөлназ Сәйетбатталова.

Теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшеү өсөн иң тәү сиратта ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк тигән һорауға күптәр “Хоҙай биргән һәләт кәрәк” тип яуап ҡайтарыр. Был, әлбиттә, дөрөҫ! Әммә һәләттәре булып та, уй-маҡсаттарын, ниәттәрен тормошҡа ашыра алмағандар, юғалып ҡалғандар ҙа аҙ түгел бит әле. Шуға ла талант менән бергә тырышлыҡ та кәрәктер... Ошо көндәрҙә үҙенең “Әсә йөрәге” исемле китабын ҡулына алған яҡташыбыҙ – Бикбулат ауылы ҡыҙы Рәхимә апай Вәлиуллинаға өҫтә әйтеп кителгән ике сифат та артығы менән бирелгән: иҫ киткес уңған, тырыш ул, алдына алғанын урын-еренә еткермәй ҡалғаны юҡ, тәбиғәттән бирелгән тойомлау һәләте, һүҙ байлығы иһә уға тормоштоң теге йәки был күренештәрен һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек итеп һүрәтләп бирергә ярҙам итә.

35 йыл Ташкентта йәшәп, байтаҡ йылдар төҙөлөш өлкәһендә эшләп, бөтөнләй икенсе һөнәр, икенсе тармаҡ кешеһе булһа ла, бер ҡасан да ул әҙәбиәт менән мәҙәниәт донъяһынан айырылмай - башҡорт мәҙәни үҙәгенә йөрөй, тыуған яғын һағынып яҙған шиғырҙары төрлө байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа сәхнәләрҙән яңғырай, йыш ҡына Үзбәкстан үҙәк телерадиоһында сығыш яһай. 

Хаҡлы ялға сығып, тормош иптәшенең тыуған яғы – Татарстан Республикаһының Байҙар Сабаһы районына күсеп ҡайтҡас иһә күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, үҙенең бар булмышын туған телен үҫтереүгә арнай Рәхимә апай: бына инде байтаҡ йылдар “Саба дулҡыннары” радиоһында башҡортса тапшырыуҙар алып бара. Эш, донъя мәшәҡәттәре араһында күңелендә йөрөткән уйҙарын, шиғырҙарын аҡ ҡағыҙға төшөрөргә, төрлө кешеләрҙең ҡатмарлы яҙмыштары хаҡында хикәйәләр, повестар яҙырға ла ваҡыт таба ул.

Әйткәндәй, “Әсә йөрәге” - Рәхимә Мәсәлим ҡыҙының бишенсе китабы. 2015 йылда уның тыуған ауылы тураһында яҙған “Көмөш һыулы Кесе Эйек буйында” тигән тәүге китабы донъя күрҙе.  2019 йылда баҫылған “Самый шулай” китабы билдәле йырсы Элвин Грейға (Радик Юлъяҡшинға) арналған. Еңел булмаған яҙмыштарҙы һүрәтләгән “Рәйсәнә”,  “Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар” китаптарын да уҡыусылар ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый.

 “Әсә йөрәге” – күләмле әҫәр. Бөгөнгө көндә бик актуаль тема – махсус хәрби операция башланғас, тыуған илен һаҡлар өсөн алыҫ тарафтарға юлланған ике егеттең күргән-кисергәндәре, улар өсөн ут йотҡан әсәнең еңел булмаған яҙмышы һүрәтләнгән унда. Повесть ябай тел менән, әммә бик аңлайышлы һәм мауыҡтырғыс итеп яҙылған, бай йөкмәткеле, хатта детективҡа яҡын тип әйтергә була – сюжет көтөлмәгән боролоштарға бай. Иманыбыҙ камил, был китап, һис шикһеҙ, бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ!

 Автор үҙе әйтеүенсә, “Әсә йөрәге”нең дауамы буласаҡ. Әлеге көндә ул “Ауылы мәҙәктәре” китабы өҫтөндә эшләй.

  Илһөйәр, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, үҙенең ихлас булмышы менән донъяны йәмләп йәшәгән яҡташыбыҙға артабан да ижади уңыштар, асыштар, балҡыштар насип булһын!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас