Ул үҙе Бикбулат ауылы ҡыҙы.
Салауат педагогия колледжында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем алған.
Бөгөнгө көндә Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы Мораҡ ауылының “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында өлкән һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдәрендә кескәйҙәргә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтә һәм ошо уҡ учреждениеның мөдире лә булып тора. 28 йыл педагогик стажының 23 йылын кескәйҙәргә әсә телен өйрәтеүгә бағышлай ул.
“Йыл педагогы – 2021” район конкурсында ҡатнашып призлы урын яулай, 2022 йылда “Йыл педагогы – 2022” республика конкурсында “Тел һаҡсыһы” номинацияһында призер була, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатына, Фән һәм мәғариф министрлығының дипломына лайыҡ була.. Ул 2002 йылдан алып балалар баҡсалары башҡорт теле уҡытыусыларының район - методик ойошмаһын етәкләй.