Хәзирә Зариф ҡыҙы 1947 йылда Нуҡай ауылында тыуған.
Мәктәпте тамамлағас та уны башланғыс кластарҙы уҡытырға эшкә саҡыралар. Артабан Свердовскийҙағы педагогия институтының дефектология факультетын һайлап, олигофренопедагог һәм логопед һөнәрен үҙләштерә. 1971 йылда юллама буйынса Сибай ҡалаһына эшкә ебәрелә. Балалар өсөн махсус мәктәп асыла һәм Хәзирә Зариф ҡыҙы унда үҙ һөнәре буйынса эшләй. 1972 йылдың 23 февраленән алып ҡала дауаханаһының неврология бүлегендә лә эшләй. Бында ул медик-педагогик комиссия составында балаларҙы ҡарай. 20 йылдан һуң был комиссия психологик-медик-педагогик комиссия итеп үҙгәртелә. Уны Хәзирә Зариф ҡыҙы етәкләй.
Үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән бергә эшләгән коллегалары, табиптар, психологтар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр араһында оло хөрмәт ҡаҙана Хәзирә Зариф ҡыҙы. Уны барыһы ла оло хөрмәт менән иҫкә ала.