Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2024, 11:05

Яҡташыбыҙ СВО-нан кәләш алып ҡайтҡан

«Борзый» позывнойлы яугир, Юрий исемле егет тыуған районы Ауырғазыға килен алып ҡайтҡан. Катерина Донецк ҡалаһында тыуып үҫкән.

Яҡташыбыҙ СВО-нан кәләш алып ҡайтҡанЯҡташыбыҙ СВО-нан кәләш алып ҡайтҡан
Яҡташыбыҙ СВО-нан кәләш алып ҡайтҡан

Яҡташыбыҙ - пулемёт взводы командиры. Хәрби заданиеларҙы үтәгәндән һуң ял ваҡытында һалдат Катерина менән танышырға өлгөргән. Юрий ҡыҙға күп милләтле Башҡортостан, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы хаҡында һөйләгән. Катерина барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрергә һәм егеттең ата-әсәһе менән танышырға ризалашҡан.

Хәрбиҙең ата-әсәһе Катеринаны бик йылы ҡабул иткән. Улар ҡыҙҙы милли ризыҡтар менән һыйлаған.

«Бауырһаҡ һәм ҡаҙылыҡ бик оҡшаны. Башҡа бик күп ризыҡтарҙы ашап ҡараным, әммә исемдәре иҫтә ҡалманы. Барыһы ла бик тәмле һәм үҙенсәлекле», — тип белдергән Катерина.

Тиҙҙән «Борзый»ҙың ялы тамамланасаҡ һәм үҙе хеҙмәт иткән полкка юлланасаҡ. Донбассҡа Катерина ла ҡайтырға әҙерләнә, уны эше көтә.

Йәштәргә бәхет теләйбеҙ!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас