Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2024, 07:45

Әлимғол ауылы уңғандары

 Әлимғол ауылында йәшәүсе Динә һәм Шамил Үҙәнбаевтар гөрләтеп донъя көтөп, үҙҙәренең күркәм булмышы, эшкә бөтмөрлөгө менән был төбәккә йәм, ҡот өҫтәй.  Динә Рәшит ҡыҙы - Ҡалдар урта мәктәбе ҡарамағындағы мәктәпкәсә белем биреү төркөмөнөң юғары категориялы тәрбиәсеһе.

Әлимғол ауылы уңғандарыӘлимғол ауылы уңғандары
Әлимғол ауылы уңғандары

- Аллаға шөкөр, мәктәп янындағы төркөмөбөҙ уңышлы эшләй, балаларыбыҙ ҙур теләк менән йөрөй. 2023-2024 уҡыу йылы башында эшемде юғары баһалап, мәғариф өлкәһендә күп йыллыҡ хеҙмәтем өсөн Башҡортостан республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеләр. Был иһә миңә тағы ла дәртләнеп эшләргә ҙур этәргес бирҙе, - ти ул ихлас күңелдән.

 Намыҫлы эшсән тилбер ҡуллы хужабикә лә, тормош юлдашы өсөн тоғро һәм хәстәрлекле ҡатын да. Икенсе яртыһы – Шамил Йомағужа улы ла булдыҡлылар затынан. Ул йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә. Ҙур шәхси хужалыҡта, йорт эштәрендә хәләл ефете өсөн ныҡлы терәк булып тора. Ҡымыҙын да бешә, ихата тултырып мал аҫрағас ҡаймаҡ-майынан да өҙөлмәй, баҡса үҫтереп тә мул уңыш ала уңғандар.

 Ҡыҙҙарын да үҙ өлгөһөндә тәрбиәләп, икеһен дә һөнәрле иткән Үҙәнбаевтар. Өлкәне Дилназ әлеге ваҡытта Башҡортостан республикаһы нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Стәрлетамаҡ районының мәғлүмәт үҙәгендә әйҙәүсе бухгалтер булып эшләй. Ул хәҙер үҙе сәскәләй ике ҡыҙҙың (Әдилә менән Наҙгөлдөң) изгелекле әсәһе. Матур ғаилә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ә кесеһе – Динара Күмертау ҡалаһында заводта эшләй.

 Нәҡ игелекле балалары, шат йөҙлө ейәнсәрҙәре Динә менән Шамил Үҙәнбаевтар өсөн сәмләнеп эшләр, гөрләтеп донъя көтөр өсөн илһам сығанағы булып тора ла инде!

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас