- Шәхсән үҙемә ҡағылышлыһын ғына әйтһәм, үткән йылым ижади артылыштар менән башланды. Тормошта иң тәүге повесымды тамамланым һәм уны китап итеп баҫтырырға әҙерләнем, ул “Минең бала сағым йорто” тип атала. Был иҫ киткес мауыҡтырғыс, ижади эш. Бынан тыш тағы ла бер нисә шиғырым һәм хикәйәм тыуҙы, һабын ҡайнатыу һәм хуш еҫле шәмдәр эшләү менән шөғөлләнеп, ырғаҡ һәм энәләр менән бәйләп, сәскә үҫентеләрен һәм йәшелсә үҫтереп, ҡош-ҡорт үрсетеп ваҡытымды файҙалы үткәреүгә бағышланым. Тормошта иң тәүгә ҡағыҙ киҫәктәренән кәрзиндәр һәм махсус шнурҙан бүлмә гөлдәренә кашпо үреп ҡараным. Шулай, күңелле эштә һәм өйҙө, ғаиләмде хәстәрләп ярты йылым уҙҙы.
Йәмле йәйҙә беҙҙең өсөнсөгә сабыйыбыҙ, ҡыҙыбыҙ Карина тыуҙы. Һәм минең иң нурлы донъям тағы ла бер кешегә артып, йәнә лә байыраҡ, бәхетлерәк булғандай тойолдо.
Ғөмүмән, уҙып барған йылды әрләргә сәбәп юҡ. Баҡса эштәре осоронда һауа торошо йылы торҙо, бай уңыш йыйып алдыҡ, күп эшләнек һәм кинәнеп ял иттек. Тормош үҙе беҙҙе игелекле, Хоҙайға рәхмәтле булырға, күңел һалып эшләргә һәм ауырлыҡтар булғанда төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өйрәтә. Минеңсә, тап шунда уңыштарҙың һөҙөмтәһе йәшенгән. Тормош иптәшем Русланға, балаларыма, атай-әсәйемә, дуҫтарым һәм коллегаларыма һәр саҡ янымда булғандары өсөн рәхмәтлемен. Үтеп барған 2023 йыл, рәхмәт һиңә! Яңы 2024 йылым, һиңә аҡ өмөттәр бағлайым!
Аҡ өмөттәрең аҡланһын, Мария, яңы 2024 йылда ла ижади артылыштар, ғаилә именлеге насип булһын!