Хәләл ефете,Туйөмбәт ауылы китапханаһы мөдире - Лилиә Ғәлийән ҡыҙы менән улар бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтереп, икеһен дә һөнәрле иткәндәр. Олег Николаевич әлеге ваҡытта “Башкиравтодор”ойошмаһында эшләй. Тынғыһыҙ эшендә лә өлгөрә, өс ейәненә иғтибар бүлеп, уларҙың күңелен күрергә лә әмәлен таба.
Бәхетле олатай, булдыҡлы ғаилә башлығы Олег Протасов тыуҙырған “мөғжизәләр иле”н күргәс, күңелгә ирекһеҙҙән шундай уй килә - алтын ҡуллы, йомарт күңелле кешеләр генә тирә-яҡҡа байрам кәйефен өләшергә һәләтлелер ул!