Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2024, 06:45

Бер-береһе өсөн тыуған пар!

Ыуары ауылында йәшәгән Фәриҙә һәм Ирек Ишмәтовтар күптән бер уйҙа булып, бер-береһен бер ҡараштан, бер ымдан аңлап, матур ғүмер кисерә. Хәҙер инде алыҫта-алыҫта ҡалған 1958 йылда ғаилә ҡорған пар йыл аҙағында тимер туйҙарын билдәләне.

Бер-береһе өсөн тыуған пар!Бер-береһе өсөн тыуған пар!
Бер-береһе өсөн тыуған пар!

 Фәриҙә апай өс, Ирек ағай ун балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Икеһе лә һуғыш балаһы, береһе 1938, икенсеһе 1935 йылғы.  Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған улар.  Ишмәтовтарҙың дөйөм педагогик хеҙмәт стажы – 68 (!) йыл. Фәриҙә Сәғитйән ҡыҙының эш стажы – 42 йыл, шуның 30 йылы балаларға белем биреүгә арналған.

Ирек Рәхмәтулла улы иһә 51 йыл стажға эйә, шуның 38 йылы мәктәптә уҙған.  Ирек Рәхмәт улы 1973, 1977 йылда коммунистик хеҙмәт ударнигы исеменә лайыҡ була. 1981 йылда РСФСР Мәғариф министрлығының  Маҡтау грамотаһына лайыҡ була, 1994 йылда Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исеме бирелә.  Фәриҙә апай ҙа хаҡлы рәүештә “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исемен йөрөтә, ул  “Өлкән уҡытыусы”дәрәжәһенә лайыҡ була. Бынан тыш, уларҙың икеһенә лә БР Мәғариф министрлығының, КПСС Үҙәк комитетының, район хакимиәте һәм урындағы мәғариф бүлегенең ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырыла.  

Ишмәтовтарҙың балалары - Азат менән Самат, Әлфирә күптән инде үҙаллы тормош көтә, хатта ҡартай-ҡәрсәй, олатай-өләсәй булыу шатлығын да татығандар. Азат тормош иптәше Мәҙинә менән Мәләүез ҡалаһында йәшәй, улар бер ул, бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Әлфира тормош иптәше Рим менән Мораҡ ауылында төпләнгән, улар ҙа ике бала үҫтергән. Быйыл “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Самат улдары ла ҡатыны Илһөйәр менән район үҙәгендә йәшәй, уларҙың улы бар. Ишмәтовтар хаҡындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙ биттәрендә уҡығыҙ. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас