Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2024, 06:25

2024 йылға йондоҙнамә

2024 йыл - власты, көс-ҡеүәтте һәм алға китеште символлаштырған Йәшел ағас Аждаһа йылы була. Уның стихияһы, “ағас”ы үҫеште, ә йәшел төҫ гармонияны һәм яңы тормошто кәүҙәләндерә. Йылдың һаны – 8, ул эшлеклелекте һәм матди байлыҡты аңлата. Йыллыҡ йондоҙнамә...

2024 йылға йондоҙнамә2024 йылға йондоҙнамә
2024 йылға йондоҙнамә

Ҡытай мәҙәниәтендә Аждаһа уңыш һәм муллыҡ килтерә алған изге йән эйәһе тип һанала. Аждаһа йылында тыуған кешеләр иң уңышлы һәм талантлы тип иҫәпләнә. Ғәҙәттә, улар көслө, дәртле, ҡыйыу һәм амбициялы, аҡыллы.

 Аждаһа йылы яңы эштәр һәм проекттар башлау, шулай уҡ инвестициялар һәм финанс килешеүҙәре өсөн уңайлы буласаҡ. 2024 йылда башланған бизнес-проекттар оҙайлы үҫеш ала.

Сысҡан

 Еңел булмаған, әммә ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай йыл көтөлә. Уңышҡа өлгәшеү өсөн комфорт зонаһынан сығырға тура килер. Алға барырға ҡурҡмағыҙ: 2024 йылда яңы үрҙәр яуларға һеҙҙең өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

Һыйыр (үгеҙ)

  2024 йылда карьера баҫҡысы буйлап күтәрелеү мөмкинлеге бар. Ҡыҫҡа ваҡытлы файҙаға түгел, ә оҙайлы хеҙмәттәшлеккә иҫәп тотоғоҙ. Әгәр маҡсатығыҙға өлгәшергә теләһәгеҙ, башлаған эшегеҙҙе аҙағына тиклем еткерегеҙ. Ваҡиғалар үҙәгендә булырға ҡурҡмағыҙ.

Барыҫ (юлбарыҫ)

 Йыл яңы башланғыстар өсөн уңайлы. Үҙеңде яңы өлкәләрҙә һынап ҡарауҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Мөмкин тиклем күберәк тырышлыҡ һалығыҙ һәм тиҙҙән һөҙөмтәне күрерһегеҙ. Эшмәкәрлек төрөн үҙгәртергә хыялланһағыҙ, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.

Ҡуян

Ҡуяндар йыл дауамында иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Финанс хәле тотороҡло, шулай ҙа аҡсаны артыҡ исраф итергә кәрәкмәй. Йыл башында импульсив һатып алыуҙарҙан баш тартыу яҡшыраҡ. 2024 йылда төрлө йүнәлештәрҙә үҫешергә тырышығыҙ.

Лыу (аждаһа)

  Үҙегеҙҙең финанс хәлен нығыта һәм хатта уны бөтөнләй яңы кимәлгә сығара алаһығыҙ. Килешеүҙәр төҙөгәндә һәм документтарға ҡул ҡуйғанда иғтибарлы булыу мөһим. Һөҙөмтәгә ышанмаһағыҙ, ашығыс аҙымдар яһамағыҙ. Дөйөм алғанда, йыл уңайлы буласаҡ.

Йылан

  Йыландар был йылда яҙмыш бүләгенә иҫәп тоторға тейеш түгел. Теләгән һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн тырышырға тура киләсәк. Хеҙмәт баҫҡысында күтәрелеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Йыш ҡына эске тауышыңды тыңлау кәрәк.

Йылҡы

  2024 йылда күп һанлы ваҡиғалар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар һәм танышыуҙар көтөлә. Йондоҙҙар бер урында тормаҫҡа һәм әүҙем тормош алып барырға кәңәш итә. Сөнки Аждаһа үҫеш ярата һәм ныҡышмал кешеләргә ярҙам итәсәк.

 Ҡуй

 Аждаһа йылы ваҡиғаларға бай буласаҡ. Төп кәңәш-хыялланыуҙан һәм үҙеңә юғары маҡсаттар ҡуйыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Киләһе йылда күп нәмәгә өлгәшергә мөмкин. 2024 йыл никах килешеүҙәре төҙөү өсөн уңайлы.

Маймыл

 Яңы йылда ваҡиғаларҙы ашыҡтырырға ярамай: барыһы ла үҙ сиратында барһын. Әкренләп бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкин буласаҡ. Был осор капитал формалаштырыу өсөн уңайлы. Төрлө килешеүҙәргә етди ҡарағыҙ һәм йомарт бүләкләнерһегеҙ.

Әтәс (Тауыҡ)

 Йыл һөнәри үҫеш өсөн уңайлы. Финанс именлеген арттырырға теләһәгеҙ, ныҡ ҡына тырышығыҙ. Мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә һәм килешеүҙәр төҙөгәндә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Аждаһа күп мөмкинлек бирер, әммә һеҙ уларҙы дөрөҫ ҡулланырға тейешһегеҙ.

Эт 

Алдағы осор перспективалы буласаҡ, әммә ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн күп эшләргә тура килер. Пландарығыҙҙы әүҙем бойомға ашырырһығыҙ. 2024 йыл сәйәхәт итеү өсөн уңайлы. Сәфәр өсөн иң уңайлы ваҡыт - август аҙағы һәм сентябрь башы.

Ҡабан

 Ҡабандарҙы етди, әммә яҡшы үҙгәрештәр көтә. Аждаһа йылы һеҙгә һөнәри эшмәкәрлек йәһәтенән яңы мөмкинлектәр аса. Шәхси өлкәлә барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Йылдың икенсе яртыһында хеҙмәтегеҙ һәм тырышлығығыҙ өсөн маҡтау һәм бүләк алырһығыҙ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас