

Ул тамырҙары менән Баҡалы районының Яңы Урсай ауылынан. Ярһыу йәшлегендә үҙенең тыуған ауылы мәктәбендә уҡытып йөрөгән сағында беҙҙең райондың аҫыл егете, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты студенты – Радик Фәрит улы менән танышып, 1989 йылда Түкәткә килен булып төшә. Тормош иптәше ҡулына диплом алғансы, Эльвера Мирғәлим ҡыҙы Өфөнөң Затон яғындағы 46-сы мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Ә районға ҡайтып, Яңы Хвалын утарына төпләнгәс, урындағы белем усағына башланғыс кластарҙы уҡытырға сыға, 2002 йылдан урта һәм өлкән звено уҡыусылары менән эшләй башлағас, рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәрҙе мауыҡтырғыс алып бара, рус теленең аһәңлеген, бөйөклөгөн балалар аңына бар нескәлектәрендә һеңдерә. Ысын педагогтың тырыш хеҙмәте хаҡында бихисап маҡтау грамоталары уҡ һөйләп тора.
Заманында “Искра” совхозының төплө белемле инженеры булған, артабан да тормош юлы намыҫлы хеҙмәттә үткән икенсе яртыһы Радик Фәрит улы менән улар ҡыҙҙарын Гүзәлде, улдарын Рәилде лә үҙ өлгөләрендә эшһөйәр, булдыҡлы итеп үҫтерәләр. Икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам итә хәстәрлекле ата-әсә. Ябайлығы, ихласлығы, милли рухлы булыуы менән айырылып тороусы Гүзәлде күпселек район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе булараҡ яҡшы белә; ике сабыйҙың изгелекле әсәһе лә ул. Ә Рәил хәҙер тәжрибәле хирург, тубырсыҡтай улы өсөн өлгөлө атай.
Балаларының игелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәренең шат йөҙҙәренән илһам алып, гөрләтеп донъя көтөп ауыл еренең йәмен тойоп йәшәй Эльвера менән Радик Әлимғужиндар. Мәғариф өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән педагогты уҡыусылары ла онотмай – байрамдарҙа ихлас тәбрикләп, хөрмәтле остаздарына аҡ теләктәрен яуҙыра.