Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2023, 10:10

Депутат халыҡҡа яҡын булырға тейеш

Халыҡ тарафынан һайлап ҡуйылған депутат ябай халыҡ араһында йыш булырға, ярҙам ҡулын һуҙыр өсөн уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе төптән белергә тейеш. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары  Әбдрәхимов Рәил Рамазан улы  һәм Финат Насип улы Моратбаҡыев, күрәһең,  был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай һәм халыҡ күрһәткән ышанысҡа тап төшөрмәй. Хәйер, уларҙың райондарҙа йыш булыуына, төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт иткәндәргә реаль ярҙам күрһәткәненә күптәр шаһит.

Депутат халыҡҡа яҡын булырға тейешДепутат халыҡҡа яҡын булырға тейеш
Депутат халыҡҡа яҡын булырға тейеш

 Бөгөн улар Мораҡ ауылында булып, граждандарҙы ҡабул итте. Уларға юлды Бикбулат ауылындағы юлды асфальтлау, күперҙе ремонтлау, Санъяп ауыл биләмәһенә пожар машинаһы алыу, торлаҡ һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре менән мөрәжәғәт иттеләр.

Депутаттар ҡабул итеүҙән һуң балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булып, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Исҡужин Илфат Фәйзулла улына БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһын тапшырҙы.

Ҡабул итеү һәм унда күтәрелгән мәсьәләләр хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас