

Унда республиканың ҡала-райондары башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар, ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
Сара барышында бер төркөм миләттәштәребеҙгә төрлө наградалар тапшырылды. Улар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Тарих фәндәрен кандидаты Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булһа, БСТ телеканалы генераль директоры урынбаҫары, “Юлдаш” радиоһы баш мөхәррире Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаеваға Рәхмәт хаты тапшырылды.
Уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ!