

Таштан төҙөлгән 4 бинаның береһендә 1866 йылда йәмәғәт училищеһы асыла.
1877 йылда бер класлы рус-башҡорт училищеһы асыла. 1899 йылда Сәйетҡол бер класлы рус-башҡорт училищеһы 5 йыл уҡыу мөҙҙәте менән ике класлы итеп үҙгәртелә.
Училище 1917 йылда ябыла.
1917 йылдан алып 1930 йылға тиклем биналар буш тора һәм емерелеүгә дусар була. 1930 йылда ғына тергеҙеү эштәре башлана һәм уҡыу корпусының икенсе ҡаты төҙөлә башлай. 1931 йылда Сәйетҡол крәҫтиән йәштәре мәктәбе (ШКМ) асыла. Мәктәптең 100 урынға тиклем иҫәпләнгән интернаты, ашханаһы, икмәкханаһы, баҡсаһы, аттары, һыйырҙары була - быларҙың барыһын да мәктәп уҡыусылары хеҙмәтләндерә.
Крәҫтиән йәштәре мәктәбенең тәүге сығарылышы 1935 йылда була. Мәктәптә байтаҡ ауылдарҙан, хатта Мораҡтан килгән уҡыусылар белем ала.
Һуғыш алдынан Нуҡай балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр Сәйетҡол тулы булмаған урта мәктәбе бинаһына күсерелә.
Балалар йорто республикалағы 300-гә яҡын тәрбиәләнеүсе иҫәпләнгән ҙур балалар учреждениеһы һанала. 1950 йылда Сәйетҡол балалар йорто Мәҡсүт балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе үҙенә ҡабул итә. Был учреждение 1964 йылға тиклем эшләй, һуңынан Мораҡ ауылына күсерелә.
***
1975 йылда Сәйетҡол 8 йыллыҡ мәктәбе Бәхтигәрәй Шәфиев исемендәге урта мәктәп тип үҙгәртелә, һуңынан яйлап аҙ комплектлыға әйләнә.
2009 йылда яңы мәктәп сафҡа инә, уны асыу тантанаһында Башҡоростандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҡатнаша.
2010 йылда мәктәптең иҫке биналары реконструкциялана, уларҙа ауыл биләмәһе хакимиәте, ауыл мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы урынлаша.
Мәктәп тарихы һәм уның коллективы тураһындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙә уҡығыҙ.