Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2023, 07:04

Илгә һынау килгәндә тик ятып булмай

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән һеҙҙе, гәзит уҡыусылар, таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.  Буран позывнойлы егеттең дә тормош юлы башҡаларҙан бер нәмә менән дә айырылмаған кеүек. 5 бала тәрбиәләгән ғаиләлә тыуып үҫә, мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһында һөнәрселек училищеһында ташсы, монтажлаусы, иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Унан инде ил алдындағы изге бурысын үтәр өсөн әрмегә китә. Сик ил буйы һаҡсылары ғәскәрҙәрендә үтә ул хеҙмәтен.

Тәртип, дициплина талап иткән һөнәр егеткә оҡшап ҡала һәм ул 1 йылға контракт төҙөп, хеҙмәттә тороп ҡала. Унан ҡайтҡас, иретеп йәбештереүсе булараҡ төрлө эштәрҙә йөрөй.

 Илдә махсус хәрби операция башланғас, 2023 йылдың октябрендә контракт төҙөп, йәнә ил һағына баҫырға ҡарар итә.

- Хеҙмәтемде Донецк Халыҡ Республикаһында үтәм, - ти яраланыу сәбәпле реабилитация үтергә ҡайтҡан яугир. – Форсаттан файҙаланып, оҙон юлға йыйынырға ярҙам иткән ауыл биләмәһе хакимиәтенә, ауылдаштарыма ҙур рәхмәт әйткем килә.

Контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

*Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссариатына, адресы: Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 6/1. Телефоны: 8(34789)2-14-57).

*Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пукнтына: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефоны: 8 (347) 218-19-19.

 

Кем котракт буйынса хәрби хеҙмәткә бара ала?

 *Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә запаста һаналған 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә (һирәк һөнәрҙәр һәм иҫкәрмәләр осрағында – 65 йәшкәсә).

*Хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә ир-ат контракт килешеүе төҙөй ала.

 

Контракттың ваҡыты:

*рядовойҙан прапорщикка тиклем – алты ай һәм унан күберәк;

*офицерҙарға – өс йылдан биш йылға тиклем.  

      

       

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас