Булат (исеме үҙгәртелде) мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға ингән. Был юғары уҡыу йортонда хәрби уҡытыу үҙәге бар, уны тамамлағандан һуң офицер булырға мөмкин. Һөҙөмтәлә егет гражданлыҡ белеме менән бер рәттән хәрби белем дә ала: “Инфокоммуникацион технологиялар һәм махсус элемтә системалары” һәм радиоэлектрон ҡорамалдар инженеры һөнәрҙәренә уҡый.
Ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы, диплом алып, лейтенант исемен алғандан һуң ул контракт буйынса өс йыл хеҙмәт итергә тейеш булған. Июль айында ҡулына диплом алған йәш белгесте илдең авиация уҡыу часы урынлашҡан үҙәк өлкәләрҙең береһенә ебәргәндәр.
- Хеҙмәт итеү урынына килгәс, “Самолеттар һәм двигателдәр” специальносына уҡып сыҡтым һәм авиация комплексы инженеры вазифаһына тәғәйенләндем. Ҡыҫҡаса әйткәндә, башҡа белгестәр менән берлектә самолеттарҙы тикшереү, уларҙы осошҡа әҙерләү, осоштарҙы контролләү, ҡорамалдарҙы һәм системаларҙы тикшереү менән шөғөлләнәм.
Бала сағымда уҡ хәрби булырға хыялландым, Өфөлә шундай белем биреү учреждениеһы барлығын белгәс, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманым. Миңә хеҙмәт итеү оҡшай. Карьера үҫеше мөмкинлеге, социаль гарантиялар бар. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп яңы мәғлүмәт алдым, ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым. Армия кешенең рухын нығыта, тормошта ярҙам итә, яңы мөмкинлектәргә этәрә тип иҫәпләйем, - ти Булат.
Контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
*Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссариатына, адресы: Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 6/1. Телефоны: 8(34789)2-14-57).
*Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пукнтына: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефоны: 8 (347) 218-19-19.