Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2023, 09:35

Яҡты йөҙлөләр, көслө рухлылар

 Исеме есеменә тап килеп торған, ҡулдарынан гөл тамған Светлана Әминева милли аштар әҙерләргә, күҙҙәрҙең яуын алырлыҡ биҙәүестәр эшләргә оҫта. “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының намыҫлы эшсәне өс баланың изгелекле әсәһе лә, тормош юлдашы Дәминдәр Искәндәр улы өсөн тоғро ҡатын да.  Мораҡ ауылына йәм һәм ғәм өҫтәп йәшәүсе матур ғаилә ауырлыҡтар менән дә һынала; әммә көслө рухлы Әминевтар уларҙың ваҡытлыса булыуына ышанып, иртәгәһенә аҡ өмөттәр бағлап йәшәй.

Яҡты йөҙлөләр, көслө рухлыларЯҡты йөҙлөләр, көслө рухлылар
Яҡты йөҙлөләр, көслө рухлылар

 Светланаға таһыллыҡ, йәшәүгә сәм атаһы Ишбулды Сәмиғулла улы һәм тыумышы менән Күгәрсен ауылынан булған әсәһе Нәсимә Шәкир ҡыҙынан бирелгән. Хәҙер ҙә 80 – де ҡыуыуҙарына ҡарамаҫтан, һаман да дәртләнеп донъя көтөп, мал тотоп, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренә һәр яҡлап терәк һәм өлгө булып ғүмер итә улар.

 Мораҡ 1-се урта мәктәбендә уҡыған осорҙа белемгә, ҡул эштәренә әүәҫ Светлана киләсәктә тәрбиәсе булып эшләргә хыяллана. Күмертау педагогия училищеһында тәрбиәсе һөнәрен үҙләштереп, районға эшкә ҡайта. Тәүге хеҙмәт тәжрибәһен Солтанғол ауылы мәктәбендә туплап, 1996 йылда “Шишмәкәй” балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә сыға. Тик ун дүрт йылдан уға ваҡытлыса эшенән китеп торорға тура килә. Сәскәләй ҡыҙы Ләйсәнгә ювиниль хроник артрит диагнозы ҡуйылғас, изгелекле әсә бар булмышын ҡыҙының сәләмәтлеге өсөн көрәшкә бағышлай. Дәминдәр Искәндәр улы менән уларҙың күпме дауахана юлдарын тапауын, Өфө-Мәскәү араһында күпме саҡрымдар үтеүен яҙып тораһы ла түгел. Намыҫлы аҡ халатлылар, хәстәрлекле ата-әсәнең тырышлығы ярҙамында Ләйсәндең хәле хәҙер алға табан. 3-сө класта уҡыған ҡыҙ әүҙем тормош позициялы әсәһенә эйәреп саңғыла ла йөрөй, ынйы менән картиналар сигә, ҡамыр аштарын әүәләргә лә оҫтарып килә, урындағы “Өмөт” реабилитациялау ойошмаһы уҙғарған сараларҙан да ситтә ҡалмай.

 Әминевтарҙың өлкән улдары Урал Свердловск өлкәһендә абруйлы университеттың 4-се курсында уҡый. Икенсеһе – Тимерхан Күмертау авиация техникумында 1-се курста белем ала, спортҡа әүәҫ егет быйыл армрестлинг буйынса республика чемпионы булды.

 Быйыл “Шишмәкәй”ҙә яратҡан эшен дауам иттергән Светлана Ишбулды ҡыҙы һәм ғаиләһе, ғәзиздәре өсөн йән атып тороусы Дәминдәр Искәндәр улына аҡ өмөттәренең аҡланыуын, яратып баҡҡан балаларының һау-сәләмәт булыуын, ғаилә именлеген теләге килә.             

 

      

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас