Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2023, 10:45

Владимир Путин мобилизацияның икенсе тулҡыны буламы-юҡмы тигән һорауға асыҡлыҡ индерҙе.

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2023 йыл йомғаҡтары буйынса ҙур матбуғат конференцияһы үтә. 

Владимир Путин мобилизацияның икенсе тулҡыны буламы-юҡмы тигән һорауға асыҡлыҡ индерҙе.Владимир Путин мобилизацияның икенсе тулҡыны буламы-юҡмы тигән һорауға асыҡлыҡ индерҙе.
Владимир Путин мобилизацияның икенсе тулҡыны буламы-юҡмы тигән һорауға асыҡлыҡ индерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йыл йомғаҡтары буйынса ҙур матбуғат конференцияһы барышында хәбәр итеүенсә, мобилизацияланған хәрбиҙәребеҙ яҡшы һуғыша, улар араһында 14 Рәсәй Геройы бар. Хәҙер доброволецтарҙы йәлеп итеү буйынса ҙур кампания бара, уларҙың ағымы туҡтамай, тип билдәләне ул.

Рәсәй армияһына доброволецтар күп килә, тине ул. Көн һайын мең ярым кеше Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафына баҫа.

«Кисә миңә 486 мең доброволец йыйылыуы хаҡында мәғлүмәт бирҙеләр. Йыл аҙағына тиклем ярты миллионға етергә тейеш, шуға күрә мобилизация булмай», - тип билдәләне Владимир Путин.

Доброволецтар һәм контрактсылар тигеҙ шарттарға ҡуйылырға, дәүләт яғынан бер төрлө ярҙам алырға тейеш, тип өҫтәне ул.

Автор:
Читайте нас