

Был хаҡта ул бына нимәләр яҙа:
“Коллегам, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыевтан, эстафетаны ҙур теләк менән ҡабул итәм һәм “Изгелек акцияһы”на ҡушылам. Был юлы үҙемдең тыуған Күгәрсен районының «Кугарчинские вести» һәм «Мораҙым» гәзиттәренә ярҙам итергә ҡарар иттем.
Хәтеремдә, атай-әсәйем һәр ваҡыт «районка»ға яҙыла ине. «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозы рәйесе булған атайым, Рамазан Йомағужа улы, уны һәр ваҡыт уҡый торғайны. Сөнки тап район баҫмаларында урындағы тормош, хеҙмәт геройҙары – ябай ауыл эшсәндәре, ауыл хужалығы предприятиеларының ҡаҙаныштары тураһында бәйән ителә ине. Тыуған районымда йәшәгәндә һәм эшләгәндә, мин үҙем дә йыл һайын, яҡшы йола буйынса, урындағы матбуғатҡа яҙыла инем.
Хәҙер интернет осоронда ла район гәзиттәре ышаныслы мәғлүмәттең иң мөһим сығанағы булып ҡала, шуға күрә уларҙы мөмкин тиклем күберәк кеше уҡырға тейеш. Тап шуның өсөн акция сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең Мәҡсүт ауыл биләмәһенең Назаркин һәм Теләүембәт ауыл биләмәһенең Теләүембәт ауылдарында йәшәүсе ғаиләләренә «Кугарчинские вести» һәм «Мораҙым» гәзиттәренә яҙылыу бүләк итәм.
«Изгелек акцияһы» эстафетаһын Күгәрсен район Советы секретары Руслан Әхмәровҡа һәм район хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Валерий Павловҡа тапшырам”.
Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, һеҙ ҙә гәзиткә яҙҙырып, Яңы йылға яҡындарығыҙға ҙур бүләк эшләй алаһығыҙ. Был бүләк ярты йыл буйы ҡыуаныс килтерәсәк һәм гәзит алған һайын һеҙҙе иҫкә төшөрәсәк.