Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2023, 10:15

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер!

Элек, хәтерегеҙҙәме, ауыл үҙешмәкәрҙәре йыш ҡына концерт, спектаклдәр менән күрше ауылдарға, хатта күрше райондарға сыға торғайны. Был матур йола әле лә бар икән дә!

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер!Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер!

 Ошо көндәрҙә Теләүембәт ауылы һәүәҫкәрҙәре күрше Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылына концерт менән барған.

 “Бер күрешеү - бер ғүмер” тип аталған уларҙың концерты.  

Тәүәкән күп функциялы мәҙәниәт йортоноң “Сәңкем” халыҡ фольклор ансамбле,  Гөлдәр Әбдрәхимова, гармунсы Илшат Әбдрәхимов, Фуат Әлмөхәмәтов, Нурмәхәмәт Әбдрәхимов, Теләүембәт ауылы үҙешмәкәрҙәре Гөлсөм Фазлаева, Замир Харрасов, Нәғим Ишемғолов, Руслан Фазлаев, Бикестән Нияз Ишемғолов күршеләрҙе үҙҙәренең йыр-моңдары менән һөйөндөргән.  Уларҙың моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, ҡурай, гармун моңдары дәррәү алҡыштарға күмелгән. Әйткәндәй,  БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, яҡташыбыҙ Рәил Рамазан улы Әбдрәхимов та был көндө  көйөргәҙелеләр менән осрашҡан.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас